Өфө ҡалаһының Иван Якутов исемендәге ял паркында "Йәй осорона билеттар" тигән йәйге ял йәрминкәһе үтте.
Сараны ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, улар халыҡты мөмкин хәтлем күберәк йыйыуҙы үҙҙәренә маҡсат итеп алған. Сөнки тиҙҙән уҡыусы балаларҙың оҙайлы каникулы башлана, үҙ сиратында, атай-әсәйҙәр һәм өлкәндәр ғәзиздәрен йәйге лагерҙа ял иттереү хәстәре менән яна.
Мәликә менән Самат Иҙелбаевтар әйтеүенсә, йыл да улдарын һәм ҡыҙҙарын ниндәй ҙә ял лагерында ял иттереү яғында. Былтыр баш ҡалабыҙ эргәһендә булғандар, быйыл иһә берәй райондағы лагерға урынлаштырырға уйлайҙар. Ошо ял лагерҙарында балаға һәр йәһәттән дә үҫеү өсөн ҙур мөмкинлектәр булдырылған. Балалары ялдан һуң бер башҡа үҫеп киткәндәй тойола.
Йәрминкәлә һәр ата-әсә балаһы менән бергә ял лагерын һайланы, малай һәм ҡыҙҙар оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙың уртаһында ҡайнаны. Сараны ойоштороусылар – "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәрҙең ял үҙәге, "Объединение" акционерҙар коммерцияға ҡарамаған ойошма, Башҡортостан балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиллек, республикабыҙҙың Йәмәғәт палатаһы.
Был көндө һәр кем йырсыларҙың, бейеүселәрҙең сағыу сығыштарын ҡараны.
Фото: Илдар Аҡъюлов.