9 май төнөндә республиканың Шишмә районында авария булды һәм унда йәш ҡатын, билдәле блогер, өс бала әсәһе, яратҡан артисыбыҙ Әнүәр Нурғәлиевтең һеңлеһе Диана һәләк булды. Был хәл күптәрҙе тетрәндерҙе, кешеләр уның балаларын бик йәлләне. Ҡатындың беренсе класта уҡыған ҡыҙы һәм ике бишәр йәшлек игеҙәк малайы ҡалды. Диананы ерләргә өс йөҙгә яҡын кеше килгән. Һәм хәҙер күптәрҙе балалрҙың яҙмышы ҡыҙыҡһындыра. Был турала ошо көндәрҙә социаль селтәрҙә Әнүәр Нурғәлиев яҙып сыҡты.
“Меңәрләгән һорауҙар килә, уларға яуап бирер өсөн ошо посты яҙам. Барыһына ла ярҙам һүҙҙәре һәм матди ярҙам өсөн рәхмәт. Баҡһаң, тирә-яҡта беҙҙең Диана кеүек үк изге кешеләр күп икән, быға аптыраным. Уҫал кешеләр ҙә бар, тик улар бик аҙ.
Диананың туғандары иҫәбенә килгән бөтә аҡсаны тик балалар өсөн генә тотонасаҡбыҙ, быларҙың барыһы ла асыҡ буласаҡ. Балаларҙың опекуны булып өләсәләре (минең апайым) һәм олаталары буласаҡ. Уларҙы тәрбиәләүҙә мотлаҡ беҙҙең ғаилә лә, шулай уҡ олаталары яғынан туғандар ҡатнашасаҡ.
Шулай уҡ балаларҙың атаһы ла тәрбиәләүҙә ҡатнашасаҡ. Ул һуңғы ваҡытта Аиша менән аралаша башланы. Аиша уны ярата, һағына ине. Уға ҡарата негатив булырын беләм, тик ул бит Атай (атай менән әсәй уртаҡ тел таба алмағанға балалар ғәйепле түгел).
Аварияға килгәндә, әле тәфтиш эштәре дауам итә. Мин шаһиттар күрһәтмә биргән саҡта үҙем дә унда булдым. Аңлашылмаған нәмәләр, һорауҙар бик күп, был юҫыҡта юристар эшләй. Шик аҫтындағы кешеләр Диананың әсәһе менән бәйләнешкә сыҡманы (минеңсә, был кәрәк тә түгел).
Был барлыҡ туғандары, дуҫтары, уның яҙылыусылары өсөн ҙур юғалтыу, мин һаман Диананың юҡлығына ышанмайым һәм ышана алмайым. Кешеләр, юлда һаҡ булығыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ, тирә-яҡтағы кешеләргә ҡайғы килтермәгеҙ, үпкә тотмағыҙ. Барығыҙға ла тыныслыҡ теләйем”, – тип яҙҙы ул.
Фото: ufa.bezformata.com