

2019-2022 йылдарҙа Башҡортостандың тораҡ пункттарын төҙөкләндереүгә 2,2 миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителде. Быға бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыусы иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып һәм еңеп өлгәштек. Республика ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы үҫтереү институты кураторы Ольга Сарапулова, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған, аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошондай мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
– Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы конкурсында Башҡортостандан йәмғеһе 28 проект еңеүсе булды. Шуның менән бергә Ағиҙел, Бәләбәй, Бөрө, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез һәм Яңауыл һайлап алыуҙа икешәр тапҡыр еңеү яуланы, – тип билдәләне Ольга Сарапулова. – Бынан тыш, 3 миллиард һум башҡа милли проекттар саралары сиктәрендә йәлеп ителде, уларҙы йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу менән бер рәттән тормошҡа ашырҙылар. Шулай итеп, тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереүҙе финанслауҙың дөйөм суммаһы 5,2 миллиард һумға етте.
Ольга Сарапулова проекттарҙы тормошҡа ашырғанда Башҡортостан ведомстволары һәм муниципалитеттарының үҙ-ара килешеп эш итеү һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. Ул шулай уҡ ҡала халҡының был эштә әүҙем ҡатнашыуын билдәләне.
Институт “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә бөтәһе 34 проектҡа кураторлыҡ итә. 2023 йылда белгестәр Бөтә Рәсәй конкурсына тағы биш ғариза әҙерләргә ярҙам итә. Был проекттар Октябрьскийҙа, Салауатта, Нефтекамала, Баймаҡта һәм Ишембай районының Верхотор ауылында тормошҡа ашырыла.
Башҡортостан Башлығы Институт коллективына ижтимағи киңлектәрҙе төҙөкләндереү буйынса емешле һәм һөҙөмтәле эшләгәне өсөн рәхмәт әйтте.
– Һеҙ ғәйәт ҙур эш башҡарҙығыҙ, уның һөҙөмтәләрен ҡалаларыбыҙҙың һәм район үҙәктәренең үҙгәреүендә күрәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә, халыҡ менән идеяларығыҙҙы һәм тәҡдимдәрегеҙҙе уртаҡлашыу мәҙәниәтен булдырыуға цивилизациялы ҡараш ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.