Йәмғиәт
15 Май 2023, 09:30

Егеттәр фатирлы булды

Уларҙың береһе - Аҡъярҙа, икенсеһе Бүребайҙа йәшәйәсәк. 

Егеттәр фатирлы булдыЕгеттәр фатирлы булды
Егеттәр фатирлы булды

Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балаларға торлаҡ һатып алыу өсөн сертификаттар бирелә. Хәйбулла районынан да ике етем торлаҡлы булыу бәхетен кисерҙе.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ата-әсә ҡарауынан иртә йәштә мәхрүм ҡалған Данил Килдебаев менән Раян Ҡунаҡасовҡа бер бүлмәле фатир асҡысы тапшырҙы. Уларҙың береһе - Аҡъярҙа, икенсеһе Бүребайҙа йәшәйәсәк. Тормош һынауына бала ғына килеш дусар булған егеттәрҙең яңы торлаҡтарында имен-һау йәшәүҙәрен теләйбеҙ!

Беҙ ҙә йәштәрҙең оло ҡыуанысын уртаҡлашабыҙ.

Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Егеттәр фатирлы булды
Егеттәр фатирлы булды
Егеттәр фатирлы булды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас