-4 °С
Болотло
Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов "Бәйләнештә" социаль селтәрендә былай тип яҙған:
– Хәйерле көн, дуҫтар! Эшемде алмаштырҙым тип уйлап ҡуймағыҙ. Ҡыҫҡаһы, кабинетымды иге-сиге күренмәгән яланға алмаштырырға булдым һәм бер аҙ бала саҡҡа әйләнеп ҡайттым. Атайыма ауыл көтөүен көтөшөргә ярҙам иттем. Тулыһынса көтөүсе булдым. Яланда аш тәмле була ул, үлән сәйе эсеп рәхәтләндем.
Фото: Артур Зарипов.