Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2023, 08:00

Һыйыр елененә сөйәл сыҡһа...

"Тулған айға күрһәтеп, ҡайҙа һинең тәтәйең, бына уның тәтәйе тип өс тапҡыр әйтергә".

Һыйыр елененә сөйәл сыҡһа...
Һыйыр елененә сөйәл сыҡһа...

Ауыл кешеһенең күҙ төбәп торғаны мал да баҡса. Тормош булғас, бәлә-мәшәҡәттәре лә сығып тора. Мәҫәлән, хужабикәләрҙе һыйыр елененә сөйәл сығыуы борсой.

Социаль селтәрҙә бындай һорауҙы биргәндә күп кенә яуап табырға була. Әйҙәгеҙ, хужабикәләр был сөйәлдәрҙе нисек бөтөргәнен уҡыйыҡ.

“Еленен хужалыҡ һабыны менән таҙа итеп йыуып, таҙа сепрәк менән ҡоротоп, цинк майы, “Пихтаин”, “Зорька” майы һөртһәң, бер нисә тапҡыр шулай эшләһәң, сөйәле ҡойолоп бөтә”, “Кобальт хлориды” тигән таблетка ярҙам итте”, “Балауыҙ һәм прополис ҡушып эшләнгән май булышлыҡ итте”, “Һыуға саҡ ҡына белизна, йә уксус өҫтәп еленен йыуҙым һәм цинк майы, балауыҙ менән ҡаҙ майы ҡайнатып һөрттөм, килеште”, “Һыйырҙы һауып бөткәс, майға, ҡаҙ майына йод ҡушып, көн дә лыс май итеп майларға кәрәк”, “таҙалыҡ һаҡларға, һауғандан һуң гел йылы һыу менән йыуырға иренмәҫкә...” Уйынлы-ысынлы, "тулған айға күрһәтеп, ҡайҙа һинең тәтәйең, бына уның тәтәйе тип өс тапҡыр әйтергә", тигәндәре лә осрай.

Бына шундай кәңәштәр биргән ҡатын-ҡыҙ. Ә һеҙ был проблемаға юлыҡҡанығыҙ бармы? Булһа, нимә эшләнегеҙ, файҙаһы тейҙеме?

Фото: adonius.club

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: