Бал ҡушып эсһәң тағы.
Мунсанан һуң сәй булғанда,
Бер ҙә кәрәкмәй ағы.
Рәхәтләнеп сәй эсәбеҙ,
Сабынып сыҡҡан һайын.
Самауырҙың ҡорһағы ҙур,
Һыуы бөтмәҫ, моғайын.
Мәтрүшкәле, ҡарағатлы
Самауыр сәйе тәмле,
Эҫе һалып мунсаташҡа,
Сабып та алғас тәнде.
Наил ҡусты, әйҙә тағы
Сынаяҡты тултырайыҡ.
Мунсанан һуң сөкөрҙәшеп
Сәй эсеп ултырайыҡ.
Шаярып-көлөп кенә

Рәмзин Әбсәләмов 15.05.2023