Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2023, 11:22

Фронт та, тыл да берҙәм

Һәр кем изге эшкә дәррәү ҡушылды.

Айрат Нурмөхәмәтов
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Бөгөн Украинала тотош Рәсәйгә ҡарата көслө мәғлүмәт һуғышы асылған: нацистар беҙгә ҡара яғып ҡына ҡалмай, тарихи ҡиммәттәребеҙгә лә ҡул һуҙа. Шуға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, Рәсәйҙең мәнфәғәтен яҡлаған, ҡаһарманлыҡ күрһәткән, герой ҡәрҙәштәребеҙҙең данлы юлын дауам иткән яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Тыуған илебеҙ һағына баҫҡандары өсөн уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Бөгөн фронт та, тыл да берҙәм. Рес­публикала гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. Аҙыҡ-түлек, төҙөлөш кәрәк-ярағы, йылы әйберҙәр, техник саралар – барыһы ла оҙатыла. Стәр­лебаштар ҙа был изге эштә әү­ҙем ҡатнаша. Май айында ла мах­сус хәрби операцияға барыу өсөн гуманитар йөк туплана. Яугир­ҙәре­беҙгә­ экипировка кә­рәк-яра­ғы, рация, генераторҙар һәм башҡа­ларҙы һатып алыу өсөн аҡса­лата яр­ҙам күрһәтелә. Гуманитар йөк Стәрлебаш ауылындағы район мә­ҙә­ниәт йортонда (К. Маркс урамы, 107-се йорт), “СТБ актив” йәш­тәр үҙә­гендә (К. Маркс урамы, 107-се йорт, икенсе ҡат, 223-сө бүлмә) туплана.

Илебеҙҙең киләсәгенә битараф булмаған стәрлебаштар буш ваҡыт­тарында яугирҙәргә маскировкалау селтәрҙәрен үрә. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнаш­ҡандарҙы дошман күҙенән һаҡлау өсөн кәрәк. Тәү ҡарамаҡҡа был эш ябай ғына кү­ренһә лә, үтә яуаплы ул. Селтәр мах­сус технология буйынса үрелергә тейеш.

Стәрлебаштағы 2-се мәктәп уҡыусылары уҡытыусылары менән бергә беренсе селтәрҙе лә үҙ ҡул­дары менән үрҙе. Бының өсөн уҡы­тыусы Алик Рысаев махсус станок эшләгән. Ә кәрәк-яраҡты Ибраҡай ауылынан Нияз Насиров биргән. Ул үҙенең пилорамында станоктың өлөштәрен яһаған.

Тағы Стәрлебаш районында махсус хәрби операцияла ҡатнаш­ҡан һалдаттарға терәктәш булыу, рух ныҡлығы, халыҡтар берҙәмлеге өсөн “Геройҙар дәүере. Тыныслыҡ өсөн” тип исемләнгән илһөйәрлек ижади марафоны үткәрелә. Мәҫәлән,  Баҡый ауыл хакимиәте коллективы эстафетаны Күндерәк ауыл биләмәһенән ҡабул итте, шулай итеп, был сарала барлыҡ ауылдар ҙа әүҙем ҡатнаша. Тыуған илгә, Рәсәйгә һөйөү, унда йәшәүселәр, тәбиғәт тураһындағы халыҡ һәм заманса йырҙар яңғыраны.

Марафон Советтар Союзы Геройҙары Абдулла Әхмәтов менән Сафа Хәсәнов иҫтәлегенә арналған. Унда ауыл биләмәләре, төрлө ойошма-коллектив, ижтимағи берекмә вәкилдәре ҡатнаша.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас