Йәмғиәт
16 Май 2023, 07:11

Хеҙмәткә ижади күҙлектән ҡарай

Маҡсатлы эш һөҙөмтә бирә.

vk.comvk.com
Фото:vk.com

Илеш районының Ҡужбаҡты ауыл хакимиәте башлығы Азат Йосопов төрлө яуаплы вазифала эшләгән осорҙа үҙен грамоталы, тәжрибәле белгес, оҫта ойоштороусы, талапсан, абруйлы етәксе итеп күрһәтә. Киң ҡарашлы, ҡанундарҙы һәм норматив акттарҙы яҡшы белә, уларҙы эшендә оҫта ҡуллана. Уның ойоштороу һәләте, хеҙмәткә төплө, нигеҙле, ижади ҡарашы һөҙөмтәһендә ауыл советы һәм ауыл биләмәһе хакимиәте уңышлы эшләй. Ул 2015 йылдан ошо вазифала.

Азат Рәсүл улы Йосопов 1971 йылда Илеш районының Тәжәй ауылында тыуған. Илеш урта һөнәрселек училищеһын тамамлап, хеҙмәт юлын 1988 йылда “Игенсе” колхозында башлай. Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, йәнә колхозға килә. 2007 йылда Ҡужбаҡты ауыл биләмәһе хакимиәтенә йәштәр сәйәсәте буйынса белгес итеп саҡыралар, ә инде 2015 йылдан эштәр идарасыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо уҡ йылдың сентябрендә хакимиәт башлығы итеп һайлайҙар.

Ауыл советы һәм Президиум ултырыштары яҡшы әҙерлек менән, әүҙем рәүештә үткәрелә. Совет комиссиялары эшмәкәрлеген ойоштороу һәм контролдә тотоу буйынса даими эш алып барыла. Азат Рәсүл улы ауыл советы депутаттарына үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуҙа ҙур ғәмәли һәм методик ярҙам күрһәтә, уларҙы даими уҡытыуҙы ойоштора. Ул муниципаль берәмек хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын камиллаштырыуға һәм практик әҙерлеген ойоштороуға ҙур иғтибар бүлә.

Ауыл хакимиәтенең маҡсатлы эше арҡаһында биләмәлә урынлашҡан ауылдарҙың йөҙө яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Төҙөкләндереү, йәшелләндереү, производство участкаларында таҙалыҡты һаҡлау, шишмәләрҙе таҙартыу, юлдарҙы ремонтлау һәм яңыларын һалыу буйынса ҙур эш алып барыла. Был йәһәттән ауыл биләмәһе районда өлгө булып тора.

Һуңғы алты йыл дауамында ауыл биләмәһе "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында ҡатнаша, уның барышында балалар баҡсаһының ҡыйығы, Ҡужбаҡты урта дөйөм белем биреү мәктәбенең тәҙрәләре һәм ишектәре алмаштырыла, мәҙәниәт йортонда ремонт үткәрелә, Тәжәй ауылында һыу үткәргес селтәренә ремонт эшләнә, “МТЗ-82” тракторы һатып алалар. 2022 йылда был программала ҡатнашыу буйынса граждандар йыйылышы үткәрелә, унда халыҡ Ҡужбаҡтыла һыу үткәргес селтәрен ремонтлау тәҡдимен хуплай.

Азат Йосопов, ваҡыт табып, шулай уҡ ауыл хакимиәтенең мәҙәниәт өлкәһендәге эшмәкәрлегенә иғтибар бүлергә тырыша. Халыҡ йолаларын һаҡлау, таратыу маҡсатында граждандарҙың күпләп ҡатнашыуына өлгәшеү юлы менән күп саралар үткәрелә. Улар араһында һабантуй, Өлкән йәштәгеләр көнө, алтын юбилярҙарҙы хөрмәтләү, шулай уҡ төрлө спорт  саралары айырым урын биләй. Уның хеҙмәт ҡаҙаныштары бер нисә тапҡыр район хакимиәтенең Почет грамоталары һәм дипломдары, “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенең рәхмәт хаттары менән билдәләнә. Ауылдаштары һәм хеҙмәттәштәре араһында ул ҙур ихтирам яулаған. Өлгөлө ғаилә башлығы, ҡатыны менән өс ул тәрбиәләй.

Азат Йосоповҡа тынғыһыҙ эшендә уңыштар теләйбеҙ.

Рәмилә МУСИНА 

Читайте нас