Йәмғиәт
16 Май 2023, 11:30

Олимпия уйындарына кейемде Ишембайҙа тегәләр

Бөгөн “Алға” махсус иҡтисади сәнәғәт зонаһында “ZASPORT” кейем фабрикаһы асылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. 

Олимпия уйындарына кейемде Ишембайҙа тегәләрОлимпия уйындарына кейемде Ишембайҙа тегәләр
Олимпия уйындарына кейемде Ишембайҙа тегәләр

“ZASPORT” – Олимпиада уйындарында ҡатнашыусы Рәсәй йыйылма командаһы өсөн рәсми (махсус) рәүештә кейем тегеүсе фабрика. Улай ғына ла түгел, сит ил брендтарын лайыҡлы алмаштырырлыҡ кейем етештергән сәнәғәт берәмеге булып тора.

Тантаналы сара ваҡытында Радий Фәрит улы компанияның уңышлы эш башлауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Башҡортостанда ошондай заманса ҡорамал менән тәьмин ителгән, яҡшы эш шарттары, юғары хеҙмәт хаҡы булған фабрика барлыҡҡа килеүенә шатмын. Был сираттағы яңы предприятие ғына түгел – был республикала еңел сәнәғәт өлкәһендә алға табан ҙур аҙым! – тип тә өҫтәне етәксе һәм компания етәкселегенә нәҡ беҙҙең төбәкте һайлаған өсөн рәхмәт тә әйтеп үтте.

Әйткәндәй, “Алға” махсус зонаһы Башҡортостанда ғына түгел, дөйөм ил кимәлендә үҫешкән сәнәғәт берәмеге булып тора. Республика етәкселеге был үҫешкә үҙ сиратында яҡшы шарттар тыуҙыра.

Олимпия уйындарына кейемде Ишембайҙа тегәләр
Олимпия уйындарына кейемде Ишембайҙа тегәләр
Олимпия уйындарына кейемде Ишембайҙа тегәләр
Олимпия уйындарына кейемде Ишембайҙа тегәләр
Олимпия уйындарына кейемде Ишембайҙа тегәләр
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас