Бөйөк Ватан һуғышы ауазы алыҫта ҡалһа ла, беҙҙең быуында ҡан хәтере булып һаҡланамы, әллә утты-һыуҙы кискән быуын тыуҙырған балаларға яуҙан ҡурҡыу хисе һеңеп ҡалғанмы, аңлата алмайым, шулай ҙа яҙ етеү менән күңелде ошо әйтеп аңлата алмаҫлыҡ һағыш тойғоһо биләп ала һәм быны бер кем дә инҡар итә алмай.
Ике олатайым Ғәйзулла Ғафаров менән Миҙхәт Алмаев Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары булған. Ғәйзулла олатай, ауыр яраланып һәм һуҡырайып, тыуған яғына ҡайтҡан. Уны иҫән килеш күрергә насип булманы. Фотоларҙан һәм туғандарҙың һөйләүенән генә беләм. Миҙхәт ҡартатайым да яраланған. Иңбашына тейгән пуляның үҙебеҙҙең һалдаттарҙыҡы булғанын күреп, саҡ трибуналға бирмәгәндәр. Хәрби госпиталь табибы пуляның арттан килеп тейгәнен иҫбатлағанға ғына атмағандар.
Ҡулы насар йөрөһә лә, һуғышты тамамлап, “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булып ҡайтҡан ул. Ҡартатайым һуғыш тураһында һөйләргә яратманы. Шулай ҙа түҙемһеҙлек менән 9 Май байрамын көткәнен, был көндө өләсәйҙең, тәмле итеп аш-һыу бешереп, уны ҡәҙерләүен бөгөнгөләй хәтерләйем. Ҡартатайҙың беҙҙең аранан киткәненә байтаҡ йылдар үткән, әммә уның ҡайҙа йөрөгәндәрен, яу яландарында күргәндәрен һөйләтеп, яҙып алып ҡалмағанбыҙ. Был үкенес беҙҙе ғүмерлеккә оҙатып барыр инде.
Шулай ҙа үҙемдең олатайҙарым менән һөйләшә алмай ҡалған темаларға һуңынан, “Башҡортостан” гәзитенә эшкә килгәс, байтаҡ ҡына әңгәмәләштем. Айырыуса Бөйөк Еңеүҙең 65, 70 йыллығына ҡарата мәҡәләләрем күп сыҡты. Һүҙгә маһир, күпте күргән ветерандар менән һөйләшеүҙәр хәтергә ныҡ уйылып ҡалды. 9 Май алдынан уларҙы тағы бер тапҡыр хәтергә төшөрөү яҙыҡ булмаҫ.
Владимир Секиндың осоштары
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Советтар Союзы Геройы Владимир Алексеевич Секин ҡатыны Александра Дмитриевна менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәне. Фотохәбәрсебеҙ Айрат Нурмөхәмәтов менән бергә сираттағы командировкаға барғанда осраштыҡ. Улар беҙҙе ихлас ҡабул итте. Ҡытай фарфорына яһалған сәй тәме әле лә тел осонда.
Владимир Алексеевич Секин Пенза өлкәһенең Поим ҡалаһында 1924 йылда тыуған. 1935 йылда ғаиләләре Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп килә. Мәктәпте тамамлағас, техникумға уҡырға инә. Әммә 1941 йылдың йәйе егеттең ҡорған пландарын пыран-заран килтерә. Уҡыуын Энгельс исемендәге хәрби авиация техникумында дауам итә. Был ваҡытта техникумда буласаҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев тә уҡып йөрөгән була.
Секин 1945 йылдың майына тиклем “Ил-2” штурмовигында оса. Ул 150 тапҡыр Белоруссия, Польша, Германия күктәренә күтәрелә. Осоусы үҙенең самолетынан да бик ҡәнәғәт була. “Ил-2”-не ныҡ маҡтайҙар ине, “осоусы нығытма”, “осоусы танк” тип тә йөрөттөләр. “Ракеталар, пушкалар, пулеметтар менән ҡоралландырылған, бомба тейәгән дәһшәтле машина ине ул. Летчиктың кабинаһы һәм 1600 ат ҡеүәтендәге двигатель ныҡлы броня менән көпләнгән. Һөжүм яһаусы самолет һауала йылдам хәрәкәт итә ине. Яйлы, ут асыу ҡеүәте лә юғары. Ҡыҫҡаһы, һуғышта алмаштырғыһыҙ ҡорал. Уны күргәс тә дошман самолеттары менән сағыштырып ҡараныҡ. Ул фашистарҙың иң яҡшы машиналарынан да өҫтөнөрәк ине. Уны улар “ҡара әжәл” тип йөрөттө”, – тип хәтирәләрен уртаҡлашҡайны Владимир Алексеевич.
Фронтҡа ветеранды 1943 йылда ғына ебәрәләр. Кубандә ҡаты алыштар барған мәлгә эләгә. Советтар Союзы Геройҙары А. Покрышкин, Г. Речкалов, Д. Глинка һәм башҡа хәрби осоусыларҙың даны тотош илгә таралып өлгөрә. Әле саҡ осоусы булырға рөхсәт алған йәш летчиктар, уларҙың барлығы тураһында һәр мәғлүмәтте йотлоғоп уҡып, ғорурланып бер-береһенә һөйләй. Секиндың яу юлы Кубандә башлана, унан һуң – Ҡырым ярымутрауы өсөн бәрелештәр. Фронтта үткәргән беренсе аҙнала уҡ Секин 28 тапҡыр хәрби осош яһай.
1944 йылда һөжүм операциялары башлана. “Һуғыштың һәр сәғәте, көнө хәтерҙә. Баштан үткәргән һәр хәл-ваҡиғаны һөйләп бөтөү мөмкин түгел. Иң тулҡынландырғыс мәлдәр генә хәтерҙә айырыуса ныҡ уйылып ҡалған. Мәҫәлән, Керчта дөрләп янған ер әле лә күҙ алдында кеүек. Дошманды Тыуған илдән яндырып тигәндәй ҡыуҙыҡ. Штурмовиктар ярҙамында һауанан дошманға кристаллы фосфор ҡоябыҙ. Самолеттың артынан утлы ҡойроҡ ҡала. Ошондай һөжүмдәр дошмандың ҡотон ала торғайны”, – тип хәтирәләрен уртаҡлашҡайны ветеран.
“1945 йылдың февраль аҙаҡтарында беҙҙең ғәскәр Кенигсберг ҡалаһы эргәһендә һөжүм яһаны. Фронттан 20 километр алыҫлыҡта Владимир Секиндың самолетын бәреп төшөрәләр. Бер ауыл эргәһенә ултырырға тура килә. Атыусы Коля Ивановтың ике аяғы ла йәрәхәтләнә, атлай алмай. Владимир Секин ҙур ҡыйынлыҡ менән яуҙашын машинанан сығара. Ракетница менән бензин багына атып, машинаны шартлата. Яралыны ҡыуаҡтар араһына йәшергән арала фашистар килеп сыға. Көс-хәл менән дошман ҡулсаһын йырып сығалар. Беренсе көндә улар һигеҙ километр араны үтә. Иртәгәһенә ни бары өс километрға хәлдәре етә. Әсирлеккә эләгербеҙ инде тип ҡурҡҡан яугирҙәргә разведка ярҙамға килә. Уларҙы тиҙ генә авиачасҡа оҙаталар. Унда барһалар, егеттәрҙе үлгәнгә һанап, өйҙәренә “ҡара ҡағыҙ” ебәреп тә өлгөргәндәр...
Владимир Секин үҙенең беренсе наградаһы – Ҡыҙыл Йондоҙ орденына 1944 йылдың июлендә лайыҡ була. Ул саҡта һалдатҡа 20 йәш тулған була. Һалдаттың бөтәһе 6 ордены һәм 15 миҙалы бар ине. 1945 йылдың 18 авгусында СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ҡарары менән Владимир Алексеевич Секинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Һуғыш тамамланғас та, Владимир Алек-сеевич “Р-5”, “Ил-2” самолеттарында оса. Хәрәкәттәге армияла 1957 йылға тиклем хеҙмәт итә. Демобилизацияланғас, ҡатыны Александра Дмитриевна, улдары Владимир, Валерий һәм ҡыҙҙары Наталья менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына ҡайталар.
Александра Дмитриевна менән Владимир Алексеевич 1944 йылда фронтта таныша. 1942 йылда Александраны элемтәсе итеп хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Егет уны күреү менән оҡшата. Һуғыш тамамланғас, улар сәстәрен сәскә бәйләй, 60 йылдан ашыу бәхетле ғүмер кисерәләр.
Был командировкабыҙ 2005 йылдың февраль башында булғайны. Владимир Алексеевич сырхап торһа ла, беҙҙең менән һөйләшергә ризалыҡ биреп, ихлас әңгәмәләште. “Минең өсөн иң бөйөк байрам – 9 Май. Быйыл да ошо көндө күрһәм, бәхетле булып гүргә инер инем”, – тип оҙатып ҡалғайны, ләкин байрамға тиклем ике аҙна ваҡыт ҡалғас, Владимир Секин арабыҙҙан китте.
“Иҫән ҡалыу – оло бәхет”
Ауыл урамынан дүрт бәһлеүән атлай. Бөтәһе лә хәрби кейемдә, түштәрендә – орден-миҙалдар. Барлыҡ ауыл халҡы, ҡапҡа төбөнә сығып, уларҙы сәләмләй. “Ғәни ағай менән Ғәзизә апай ниндәй доғалар ҡылды икән? Хоҙай насип иткәс, уландарының бөтәһе лә иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан”, – тип һоҡлана ауылдаштары. Ғәзизә Абдрахман ҡыҙы менән Ғәни Таһир улы Рафиҡовтар һигеҙ бала – өс ҡыҙ һәм биш ул үҫтерә. Бөйөк Ватан һуғышына Ғариф, Шәрип, Хәмит, Рифҡәт исемле улдарын оҙаталар. Уларҙың барыһының да иҫән-һау, хатта яраланмайынса ҡайтыуы, ысынлап та, мөғжизә була.
Хәмит Ғәни улы Ауырғазы районының Иҫке Әпсәләм ауылында йәшәгән татыу ғаиләлә 1923 йылда донъяға килә. Уны 1942 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырып алалар. 3-сө Белоруссия фронтын Ырымбур өлкәһенең Ҡарғалы ауылы эргәһендә туплайҙар. Һалдаттарҙың бер өлөшөн – зенитсылар, икенсе өлөшөн зенит батареяһына дальномерщик итеп әҙерләйҙәр. Улар махсус ҡулайлама менән осоп килгән самолеттың йыраҡлығын иҫәпләп сығара.
– Беҙҙең полкты шунда уҡ алғы һыҙыҡҡа ҡуйҙылар. Үҙебеҙҙең ғәскәрҙәрҙе һауанан һаҡланыҡ. 1942 йылдың 5 декабрь көнөн һәйбәт хәтерләйем. Был көн үлем менән йәшәү араһында көрәш ине. Подразделениеға дошман самолеттары һөжүм итте. Орудиенан да аттылар, бомба ла ташланылар. Шул көндә артиллерия пушкаһынан ике “Мессершмидт” һәм бер “Юнкерс”ты бәреп төшөрҙөк. Ошо бәрелеш өсөн һуңынан миңә “Батырлыҡ өсөн” миҙалын тапшырҙылар. Артабан беҙҙе аэродромдарҙы һаҡларға алып киттеләр. Бомбардировщик-истребителдәрҙе дошмандан һаҡланыҡ.
– Еңеү көнөн Германияла ҡаршыланым. Киске сәғәт ундар тирәһендә “тревога” иғлан иттеләр. “Тревога булғас, бөтәбеҙ ҙә ҡорал тотоп сығып, сафтарға теҙелештек. Салют бирҙек. Иҫән ҡалғанға, һуғыш бөткәнгә сикһеҙ шатландыҡ, – тип иҫтәлектәрен һөйләгәйне Хәмит Ғәни улы.
Һуғышҡа тиклем уҡытыусы булып эшләгән Хәмит Рафиҡов 1945 йылдың ноябрендә “Уҡытыусыларҙы тыуған ерҙәренә ҡайтарырға” тигән бойороҡтан һуң демобилизациялана. Оҙаҡ йылдар тыуған ауылында эшләй. Ҡатыны менән балалар үҫтерәләр.
Сабаталы рәсәйҙәрҙең еңеүе
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәлим Ғатаулла улы Сәмиғуллин 1923 йылда Борай районының Ҙур Баҙраҡ ауылында тыуған. Ул редакцияға үҙе килеп ингәйне. Гәзиттең биҙәлеш мөхәррире Нәсих Хәлисов шунда уҡ ветеранды фотоға ла төшөрөп алды.
Борай районына командировкаға барғанда, ветеранды тап итә алмағайныҡ. Өфөгә юлы төшкәндә, редакцияға ул үҙе инеп сығырға булды.
“1941 йылда Салҡаҡ урта мәктәбендә X класта уҡый инек. 21 июндә аттестат алдыҡ. Ныҡ дуҫ булдыҡ. Бер-беребеҙҙән айырылмаҫ өсөн бөтәбеҙ ҙә уҡытыусы булырға ҡарар иттек. Тик беҙҙең яҡты хыялдар тормошҡа ашманы.
22 июндә колхозға юл һалышырға сыҡтыҡ. Борай менән Ҡуҙбай араһында ат менән балсыҡ ташыйбыҙ. Эштең иң ҡыҙыу мәлендә колхоз рәйесе Заһит ағай Нәжметдинов Гитлер Германияһының Советтар Союзына ҡаршы һуғыш башлауын иғлан итте. Эш ҡайғыһы китте, өйҙәргә таралыштыҡ. Һуғыш башланғас, мин Ҡушманаҡ ауылының ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыттым. Бер нисә тапҡыр хәрби комиссариатҡа барһам да, йәшең етмәгән, тип кире бороп ҡайтарҙылар. Бер аҙҙан үҙҙәре саҡыртып алып, Миәс ҡалаһына хәрби осоусылар әҙерләгән училищеға ебәрҙеләр. Туғыҙ ай уҡырға тейеш инек, алты ай уҡытып, һуғышҡа оҙаттылар”, – тип бәйән итте ветеран.
Малая Калитва, Большая Калитва, Сровкино тип аталған ерҙәрҙә дошмандың яғыулыҡ-майлау материалдары, хәрби машиналары, танктары тупланған булған. Фронтҡа ингәс, Хәлим Ғатаулла улы тап ошо урындарҙы бомбаға тотоуҙа ҡатнаша.
Һигеҙ хәрби осоштан һуң уларҙың авиачасын ҡыҫҡарталар һәм бомба ташларға өйрәтеү курсына Златоуст ҡалаһына оҙаталар. Артабан яугир 809-сы уҡсылар полкында хеҙмәт итә. Сталинград өсөн барған һуғыштар ветерандың хәтерендә айырыуса ныҡ уйылып ҡалған. “Икенсе ярға эләгеү өсөн Волганы аша сығырға кәрәк. Ул йылғаны йөҙөп сығып булмай бит инде. Паром, кәмә тигән нәмә юҡ. Дошман да йоҡлап ятмай, бер туҡтауһыҙ бомбаға тота. Пулялар ямғыр кеүек яуа. Прожекторҙар ҡуйылған. Йылғаның өҫтөн яҡтыртып торалар. Шулай ҙа, һал яһап, Волганың арғы яғына сыҡтыҡ. Ирмәшев менән Солтанов шул арала беҙҙең яҡҡа килгән бер нисә дошманды атып үлтерҙе“, – тип һөйләгәйне ветеран.
Иртәнсәк, 1942 йылдың 9 авгусында, Хәлим Сәмиғуллиндың аяғы яралана. “Аяҡ аҫылынып тора. Шул саҡ дуҫым Миҙхәт Ирмәшев юғалып ҡалманы. Жгут һалды ла, мине госпиталгә тиклем оҙатып ҡуйҙы. Әгәр ул мине яу ҡырында ташлап китһә, мин үлер йә әсирлеккә эләгер инем”, – тип хәтер ебен һүтте ветеран.
1943 йылда ул, таяҡҡа таянып, тыуған ауылына ҡайта. Уны тиҙ арала колхоз рәйесе итеп ҡуялар. Бер йыл дауаланғандан һуң, 1944 йылда уны йәнә фронтҡа алалар. Венгрияны, Румынияны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша. “Австрияны дошмандан азат иткәндә, үпкәмә пуля тейҙе. Тағы госпиталгә эләктем. Аяғымдағы ярам да асылғас, йәнә демобилизацияланылар”, – тип һөйләгәйне осрашыу ваҡытында Хәлим Ғатаулла улы.
Тыныс тормошта ул мәктәптә уҡыта, партия ойошмаһы секретары булып эшләй. 27 йыл ауыл китапханаһында хеҙмәт итә.
“Һуғыш бөтөүгә нисәмә тиҫтә йыл үтһә лә, ул һаман хәтерҙә. Гел төшкә инә. Йыш ҡына һаташып уянам. Тешенә тиклем ҡоралланған гитлерсыларҙы сабаталы рәсәйҙәрҙең еңеүе илһөйәрлек тойғоһоноң көслө булыуынан”, – тип һығымта яһағайны шул һуңғы осрашыуыбыҙҙа ветеран.
Балан ҡатығы йәшәүгә көс бирә
– 22 июндә ауылда һабантуй үткәрҙеләр. Класташ малайҙар менән һабантуйҙа йөрөй инек. Халыҡ шау-гөр килеп күңел асҡанда, ҡапыл шып-шым булып ҡалды. Райкомдың беренсе секретары Бердин ағай (гел шулай тип йөрөтә инек, хәҙер исеме хәтерҙән юйылған), сәхнәгә сығып, телмәр тотто һәм һуғыш башланыуы тураһында иғлан итте: “Фашист ҡара йыландары беҙҙең илгә баҫып инде!” – тип иғлан итте ул сәхнәнән. Ул көн бөгөнгөләй хәтерҙә, – тип һүҙ башланы Әхнәф Мазһаров.
Әхнәф Мазһаров 1926 йылда Балтас районының Сурапан ауылында тыуған. Тормош малайҙы тыуғандан алып түҙемлеккә һынаған. Атаһы Мазһарға ялған ғәйеп тағып, Себер тарафтарына һөргөнгә оҙаталар. Әсәһе Гөлрайхан балалары менән урамда тороп ҡала. Атаһы бер нисә йылдан һаулығын тамам юғалтып ҡайтып төшә. Был һынауҙар ғаилә өсөн юғалтыуһыҙ үтмәй – ун ике баланың алтыһы ғына иҫән ҡала...
Әхнәфтең ике өлкән ағаһы Фәтих менән Зәкиҙе һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа алалар. Зәки ағаһы, ауыр яраланып, тыуған йортона ҡайта. Әхнәфкә артабан мәктәптә уҡыр өсөн аҡса кәрәк була, шуға күрә ул колхозға эшкә күсә. Уны бригадир итеп тәғәйенләйҙәр. Күҙ алдына килтерегеҙ: мыйығы ла сыҡмаған үҫмер, иртә таңдан өйҙән-өйгә йөрөп, ҡатын-ҡыҙҙарҙы эшкә саҡыра. Бер ғаиләгә килеп инһә – илау-һыҡтау. Биш-алты бала, аслыҡ. Илауҙан күҙҙәре шешенеп бөткән. Кисә генә “ҡара ҡағыҙ” алғандар. Ни йөрәгең менән ҡатынды эшкә сығармаҡ кәрәк? Тынысландырыу өсөн һүҙен дә тап. Йөрәк һыҡтаһа ла, ауылда эш көтмәй, барыһын да мәлендә атҡарыу мотлаҡ...
Зәки ағаһы һуғыштан ҡайтҡас, ҡустыһын уҡытырға тырыша. Бер аҙ аҡса туплар өсөн мейес сығара. Яралары уңалып бөтмәгән ағаһына был ярҙамы өсөн Әхнәф әле һаман рәхмәтле.
1944 йылдың ғинуар башында Әхнәфте лә хәрби хеҙмәткә алалар. Еңеү көнө етеү менән генә хеҙмәте тамамланмай әле йәш яугирҙең. Ул 1950 йылға тиклем Краснодар крайында хеҙмәт итә. Һуғыштың аҙағында фронтҡа алынһа ла, уның иңенә ҡыйынлыҡтар аҙ төшкән тип әйтеп булмай. 1-се Белоруссия фронты составында элемтәсе булып хеҙмәт итә. Ҡар-буран, ямғыр-дауыл булһынмы, төн етеү менән катушкаһын йөкмәп, бәйләнеш булдыра ул. Тәүҙә легендар Рокоссовский, унан маршал Жуков командалығында хеҙмәт итә.
Әхнәф Мазһаров Берлинға тиклем барып етә. Белоруссия, Польшаны дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша. Унан Одер йылғаһын аша сығып, Германияға аяҡ баҫалар.
– 9 Май көнө беҙҙең өсөн иң ҡыуаныслыһы булғандыр, ахыры. Иртә таң. Мин штабты һаҡлап ҡарауылда тора инем. Штаб начальнигы килеп инде лә: “Срочно объявляй тревогу! Победа!” – тип команда бирҙе. Мин шунда уҡ ҡыуанысымдан “Подъем!” тип ҡысҡырып ебәрҙем, – ти ул.
Әхнәф ағай Мазһаров һуғыш тураһында күп һөйләргә яратмай. Оло кешене бимазалап, уның күңелен өйкәгән хәтирәләргә ҡағылып торманым... Ветерандың “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары булыуы ла күпте һөйләй.
Рәйнә Ғәтүф ҡыҙына һуғыш башланғанда 10 йәш кенә була. Белемгә ынтылған ҡыҙ Бөрө педагогия институтын тамамлай. Йәш белгестәрҙе Тусыбай ауылындағы мәктәпкә эшкә ебәрәләр.
Бер-береһен оҡшатҡан Рәйнә менән Әхнәф 1953 йылда сәстәрен сәскә бәйләй. Бер-бер артлы өс балалары тыуа: Лилиә, Резеда һәм Нәиф. Уларҙың һәр береһе, тормошта үҙ урынын табып, лайыҡлы юл үткән. Балаларының уңышына ҡыуанып бөтә алмай улар, ейән-ейәнсәрҙәренең тормошона һөйөнөп йәшәйҙәр.
Әхнәф Мазһар улы, шиғри күңелле кеше булараҡ, ҡыуанған сағында ла, бойоҡҡанда ла ҡулына ҡәләм ала. Шиғри юлдарын теҙгән дәфтәрҙәрен китап итеп сығарыуҙы район хакимиәте хәстәрләгән, тағы бер китабын балалары Еңеүҙең 75 йыллығына арнап сығарған. Бөгөн Әхнәф Мазһаров – дүрт китап авторы. Заманында район һәм республика гәзиттәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән. Тәүҙә ул көсөн Тыуған илен һаҡлауға йүнәлтһә, тыныс тормошта иһә үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған. Балаларға химия, математика, физика кеүек ҡатмарлы фәндәрҙе лә еңел һәм аңлайышлы итеп һеңдергән ул. Эшенә мөкиббән бирелгән Әхнәф Мазһаров Бөтә Союз уҡытыусылар съезы делегаты була, РСФСР һәм БАССР Юғары Советы Президиумы грамоталары менән бүләкләнә.
Райондың абруйлы шәхестәре – Мазһаровтар ғаиләһенең йортона һуҡмаҡ бер ҙә һыуынмай. Элекке уҡыусылары ла, дуҫтары ла, мәктәп балалары ла йыш ишек ҡаға уларға. Рәйнә Ғәтүф ҡыҙы берәүҙе лә буш ҡул менән, һыйһыҙ сығармай. Балтас районында ғына һаҡланған милли эсемлек – телеңде йоторлоҡ балан ҡатығы уның өҫтәленән өҙөлмәй. Миңә ҡалһа, тап ошо балан ҡатығы уларға йәшәү көсө, дәрт-дарман бирәлер ҙә.
Тормош көтмәгәндә шундай осрашыуҙар бүләк итә. Улар мәңгелеккә онотолмай, хәтергә уйылып ҡала. Рәйнә Ғәтүф ҡыҙы менән Әхнәф Мазһар улы Мазһаровтар менән танышыу, һөйләшеп ултырыу – тормош бүләге ул. Һәр һүҙе фәһемле, кинәйәле уларҙың. Икеһе лә, ауыр тормош юлы үтһә лә, зарланып ултырмай. Бала-сағаһының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп, тәрбиәләгән уҡыусыларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәйҙәр.
Лилиә НУРЕТДИНОВА