Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2023, 11:21

Ситтә ҡалмауығыҙ һорала

Тирә-яғыбыҙҙың төҙөк булыуына беҙ яуаплы.

Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ
Фото: Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ

15 апрелдән төҙөкләндереү объекттарын һайлау буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү бара.

Был юлы яҡташтар Стәрлебаш ауылындағы “Хәрби дан һәм хәтер” йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү буйынса тауыш бирә ала, тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов. Ҡоймалар ҡуйыу, бетон тротуар плитәләре һалыу, газон түшәү, паркта яҡтыртҡыстар элеү, стелаларҙы яңыртыу йәки улар урынына яңыларын ҡуйыу күҙаллана.

 – Был проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә яҡташтарыбыҙ ҡаһарманлығын мәңгеләштерәсәк аллея – мәҙәни объект – барлыҡҡа киләсәк, – тип белдерҙе Рөстәм Рахманғолов.

Түбәндәге һылтанма буйынса 31 майға тиклем тауыш бирергә мөмкин: https://02.gorodsreda.ru/objects/improvement/18253

Белеүебеҙсә, Стәрлебаш ауылында Ленин урамындағы Еңеү паркының йәмәғәтселек майҙаны төҙөклән­дерелгәйне. Быға тиклем район мәҙәниәт йорто, Еңеү паркы яңыртылғайны. Был юлы ла стәрлебаштарҙың уй-маҡсатының тормошҡа ашыуын теләйек.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас