Йәмғиәт
17 Май 2023, 14:00

Диананың үлемен ире нисек кисерә?

 “Минең менән берәй хәл була ҡалһа..." Үлеме алдынан Диана иренә нимә тип әйткән?

Диананың үлемен ире нисек кисерә?Диананың үлемен ире нисек кисерә?
Диананың үлемен ире нисек кисерә?

Һеңлеһе, өс бала әсәһе Диана фажиғәле һәләк булғандан һуң Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиев “Интертат” баҫмаһына интервью биреп, балаларҙың артабанғы яҙмышы, уларҙың атаһы тураһында һөйләгән.

– Балаларҙың аталары ла килде. Уның менән һөйләштем. Рәбистең әлегә апайымдарҙа - балалары янында йәшәп тороуын теләйбеҙ. Аиша ла уны йыш һорай, һағына ине. Рәбис балаларҙы ҡарашырға әҙер, матди яҡтан, әлбиттә, беҙ ярҙам итәсәкбеҙ, – тигән йырсы.

– Балаларҙың атаһы Диананың үлемен нисек кисерә?

– Ул әлегә шокта. Айырылышһалар ҙа, кейәү һеңлемде яратҡандыр инде. Диана менән һуңғы ваҡытта аралаша ла башлағайнылар. Һеңлем көслө ҡатын-ҡыҙ булды, уның янында көслө ир кәрәк ине. Бергә йәшәй алмаһалар ҙа, аралары насар булманы. Әле улар бер аҙна элек кенә яҙышҡан булған. Ул саҡта Диана операция яһатҡан ине бит. Шунда инер алдынан ул Рәбискә: “Минең менән берәй хәл була ҡалһа, балалар һиңә ҡала”, – тип яҙған. Рәбис насар кеше түгел ул. Ир менән ҡатын араһында низағтар булмай тормай. Килешеп кенә бергә тора алманылар шул.

Әйткәндәй, кисә Диананың етеһе булды. Ошо айҡанлы туғандары уның тыуған яғы Шишмә ауылында баннер ҡуйған.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас