Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май 2023, 10:30

Хеҙмәттәшлектең нигеҙе ныҡ булһын

Төньяҡ баш ҡалала Тау университеты майҙансығында  Башҡортостанда тыуып үҫкән һәм Санкт-Петербург ҡалаһында, Ленинград өлкәһендә йәшәгән эшҡыуарҙар менән осрашыу үтте

Хеҙмәттәшлектең нигеҙе ныҡ булһын
Хеҙмәттәшлектең нигеҙе ныҡ булһын

Санкт-Петербургта Тау университеты майҙансығында Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) менән берлектә Башҡортостанда тыуып үҫкән һәм Санкт-Петербург ҡалаһында, Ленинград өлкәһендә йәшәгән эшҡыуарҙар менән осрашыу үткәрҙе.

Сарала Санкт-Петербургтың Милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм миграция сәйәсәтен тормошҡа ашырыу комитеты, урындағы үҙидара, Ленинград өлкәһенең милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса комитеты, Санкт-Петербургтың Милләттәр йорто етәкселәре, шулай уҡ Санкт-Петербург ҡалаһының юғары уҡыу йорттарында белем алыусы Башҡортостан студенттары ҡатнашты. Сараның модераторы булып Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппарат етәксеһе Ринат Фәйзуллин сығыш яһаны.

Осрашуыҙың рәсми өлөшөн видеобәйләнеш аша Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова асты. Ул дәүләт органдары һәм йәмәғәт ойошмаларының, эшҡыуарҙар берләшмәләренең үҙ-ара тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итеүенә, административ кәртәләрҙе кәметеүгә, бизнесмендарға республикаға инвестициялау мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт биреүгә йүнәлтелгән ошондай осрашыуҙар кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Юғары уҡыу йорттары студенттарына мөрәжәғәт итеп, Ринат Фәйзуллин Рәсәй Геройҙары һәм Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ҡарамағындағы эшҡыуарлыҡ буйынса совет ағзалары менән бергә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына сәфәргә сағыу миҫалдарын килтереп, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙең мөһимлеген билдәләне.

Делегация, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары ҡоролтайҙары етәкселәре, Мәскәү һәм Санкт-Петербург бизнесы вәкилдәре ҡоролтайҙар араһында хеҙмәттәшлек һәм Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағында Эшҡыуарлыҡ буйынса совет ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе. Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ҡарамағындағы эшҡыуарлыҡ буйынса совет рәйесе Альберт Камилйәновтың тәҡдиме буйынса советтар араһында килешеү төҙөлдө.

Рәсми өлөш тамамланғас, ҡатнашыусыларға Тау музейының уникаль күргәҙмәһе күрһәтелде. Музейҙың экспозицияһы 2 800 квадрат метр тәшкил итә һәм геологияға, минералогияға, шулай уҡ тау техникаһы тарихына арналған өс бүлектән тор.

Һуңынан сарала ҡатнашыусылар Санкт-Петербургта Тау училищеһын ойоштороу инициаторы, Башҡортостан-Рәсәй мәғдән сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимовтың иҫтәлекле таҡтаташына сәскәләр һалды.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

 

 

Хеҙмәттәшлектең нигеҙе ныҡ булһын
Хеҙмәттәшлектең нигеҙе ныҡ булһын
Хеҙмәттәшлектең нигеҙе ныҡ булһын
Хеҙмәттәшлектең нигеҙе ныҡ булһын
Хеҙмәттәшлектең нигеҙе ныҡ булһын
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас