

Ишембай – "Башҡортостан"ды иң күп алдырып уҡыған райондарҙың береһе. Скворчиха ауылы биләмәһендә йәшәүселәр ҙә гәзитебеҙгә битараф түгел. Хакимиәт башлығы Сәлимә Герасименко үҙе өлгө күрһәтеп, киләһе ярты йыллыҡҡа баҫмабыҙға яҙылып ҡуйған.
“Республикабыҙҙағы яңылыҡтар, башҡа райондарҙағы ҡыҙыҡлы тәжрибәләр тураһында ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Файҙалы мәғлүмәттәргә өҫтөнлөк бирәм. Милләттәштәребеҙҙең барыһын да "Башҡортостан"ды алдырырға саҡырам”, - ти ул.
Скворчиха, Алаҡай ауылдарында булып, халыҡтың һәр нәмәгә өлгөрөргә тырышыуын күрҙек. Донъяһын да көтәләр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү хәстәрен дә күрәләр. Был тарафта сәсеү тамамланыу алдында, ауыл хеҙмәтсәндәре һуңғы гектарҙарҙа яҙғы бойҙай сәсә. Бишәр һыйыр аҫрап, һөтөн эшкәртеп һатҡан ғаиләләр, әлеге көндә теплицаларында борос, помидорҙары емешләнгән уңғандар, байрамдарҙың биҙәге булған “Гөрләүек” вокал ансамбле һәм башҡа замандаштарыбыҙ тураһында гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.
Әлегә Алаҡай клубында эшләп килгән “Гөрләүек” ансамбленән музыкаль сәләм!
"Ғүмерҙең асылын аңлағыҙ,
Яратҡан йәрҙәрһеҙ ҡалмағыҙ,
Бар донъя утында янығыҙ,
Яңғыҙлыҡ утында янмағыҙ", - тип йырлай улар. Артабан да бергә булайыҡ!
Автор фотолары һәм видеоһы.