Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2023, 22:04

Егеттәребеҙ тиҙерәк еңеп ҡайтһын!

Махсус хәрби операция башланғас та, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эш башланы, шулай уҡ райондарҙа филиалдары булдырылған. Ҡариҙелгә командировкаға барған саҡта беҙ урындағы штаб эше менән яҡындан таныштыҡ.

Мәғлүм булыуынса, “Надежда” балалар һәм йәштәр клубы базаһында “Беҙ бергә!” һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабтары эшләй. Уға Балалар һәм үҫмерҙәр клубы етәксеһе Юлия Александровна Абдрахманова етәкселек итә. Шулай уҡ был эшкә ирекмәндәр, юристар йәлеп ителгән. Психологик ярҙам хеҙмәтендәге ике белгес махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә ярҙам итә.

– Тәүҙәрәк мөрәжәғәттәр күп ине, әле һирәгәйҙе. Күптәр махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙгә посылка, гуманитар ярҙам алып килә – йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек һәм башҡалар. Өлкән йәштәгеләр ихласлыҡ күрһәтә: үҙҙәренеке булмаһа ла, беҙҙең егеттәр еңеп, тиҙерәк ҡайтһын өсөн үҙ өлөшөн индерергә тырышалар. Һәр ауыл биләмәһе яугирҙәребеҙгә ярҙам итә. Мәҫәлән, Тайҡаш ауылы халҡы 33 ҡап посылка алып килде. Был эштә балалар ҙа ситтә ҡалмай, әүҙем ҡатнаша. Улар блиндаж, окоп шәмен эшләүҙә үҙ өлөшөн индерә, – ти район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр һәм йәштәр сәйәсәте буйынса секторы мөдире Дарья Әҙиәтуллина.

Дарья Андреевна әйтеүенсә, улар ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашыуҙар ойоштора. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәм уларҙы ебәреүгә әҙерләгәндә Роза Ҡадир ҡыҙы Ғиндуллина етәкселегендәге район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы әүҙем ҡатнаша. “Халыҡ алып килгән ярҙамды сортҡа айырабыҙ. Мәҫәлән, ризыҡтарҙың оҙаҡ һаҡланғанын һәм тиҙ боҙолғанын айырып һалабыҙ, кейемдәрҙе икенсе төргәккә төрәбеҙ”, – ти улар. 

Шулай уҡ райондағы хәрби хәрәкәт ветерандары ойошмаһы иң яҡшы ойоштороусылар рәтен тулыландыра.

- Р. ХӨСНУЛЛИНА

Читайте нас