

Өфөлә Башҡортостандың Спорт министрлығы ойошторолоуға 100 йыл тулыу уңайынан адаптив спорт донъяһында мөһим ваҡиға булды. Р.А. Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә Башҡортостандың һәм Татарстандың үҙенсәлекле кешеләре осрашты. Мөмкинлектәре сикләнгән 12 – 18 йәшлек кешеләр “смогукар”ҙа ғәҙәти булмаған спорт ярышы – йүгереүҙә ҡатнашты.
Ярыштар рухландыра
Марат Ильясовтың тренажерҙары шулай атала, улар бөтә мускул төркөмдәренә тиерлек эшләргә мөмкинлек бирә һәм кешеләргә аяҡҡа баҫырға ярҙам итә. Тренажерҙар бөгөн “ТАПАРТ” тәжрибә электр-механика заводында етештерелә.
Марат Ильясовтың башланғысын 2022 йыл аҙағында Владимир Путин хуплай. Президент был сараны бөтә ил буйынса ғәмәлгә ашырыу тураһында Указға ҡул ҡуя.
– Беҙгә артабан да бергәләп, көстәребеҙҙе берләштереп, ярҙамға мохтаж булған һәр кемдең яңғыҙ түгеллеген, дәүләттең һәм битараф булмаған кешеләрҙең терәген тойоуын тәьмин итергә кәрәк. Марат, һеҙ бик дөрөҫ, изге һәм файҙалы эш менән шөғөлләнәһегеҙ, – тине ул саҡта Владимир Путин.
Быйыл Өфөлә ярыштар икенсе тапҡыр булды. Рәсәй Президентының күрһәтмәһенә ярашлы, Башҡортостан һәм Татарстан Хөкүмәттәре “смогукар”ҙа төбәк-ара ярыштар үткәрҙе.
– Хыялым – минең кеүек хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеү, һәм ул ошондай ярыш һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыла, – тине Марат Ильясов сарала.
“Смогукар” тренажерын уйлап сығарған авторҙың тарихы өмөт уята. 16 йыл элек аварияға эләгеп, тулыһынса фалиж һуҡҡан Марат Ильясов аяҡҡа баҫыуға өлгәшә һәм хәрәкәт итеү мөмкинлектәре сикләнгән башҡа кешеләргә лә ярҙам итә.
Байрамда ҡатнашыусыларға ла, ойоштороусыларға ла “Пакер”ҙан сағыу бүләктәр әҙерләнгән. Спорт ваҡиғаһын бағыусы ойошторған фотосессия тулыландырҙы: һәр ҡатнашыусыға иҫтәлеккә рамға ҡуйылған шәхси фотоһүрәттәре тапшырылды.
– Ярыш һөҙөмтәләре беҙҙе бик ҡыуандыра. Ойоштороусылар был залда ике республиканан йөҙҙән ашыу спортсыны тупланы. 22 комплект миҙал уйнатылды, – тип тәьҫораттарын уртаҡлашты “Пакер” фәнни-етештереү фонды директорының персонал буйынса урынбаҫары Элина Горовая.
Рәсәйҙә адаптив спорттың үҫешеүе – ҡыуаныслы хәл. Рәсәй Президенты, туғандаш республикалар етәкселәре, сараның бағыусылары һәм уҙаҡташтары ярҙамында уҙған ярыш күптәрҙе әүҙемлеккә һәм спорт менән шөғөлләнеүгә рухландырҙы. Тимәк, киләһе бәйгегә тағы ла күберәк ҡатнашыусылар һәм спортсылар йыйыласаҡ.
Мараттың яҙмышы китап яҙырлыҡ
“Эшләнем, уҡыным, өйләнергә йыйына инем... Пассажир урынында ойоп китеп барам, дуҫым – автомобиль рулендә. Ҡапыл күҙемде асып ебәрҙем, “КамАЗ”-дың ҡыҙыл кабинаһын ғына иҫләйем... Аңыма килгәндә, бөтә тәнем түҙеп торғоһоҙ итеп һыҙлай, аяҡ-ҡулдарым тыңлашмай ине. Шул саҡта тормошом икегә бүленде: фажиғәгә тиклемге һәм унан һуңғы осор...”
Марат табиптан: “Ҡасан атлай башлаясаҡмын?” – тип һорай. “Умыртҡа һөйәгенең муйын бүлеге һынған, арҡа мейеһе ныҡ йәрәхәтләнгән” тигән диагноз ҡуйылған пациентҡа табиптар: “Йөрөү түгел, ултырыу тураһында ла хыялланма”, – ти. Шул саҡта егеттең сәме уяна, һәм ул үҙенә “мин барыбер аяҡҡа баҫасаҡмын” тигән маҡсат ҡуя. Әсәһе иһә түшәккә ятҡан улын яңғыҙ ҡалдырмай: көн-төн янында була, ярҙам итә.
– Яйлап ҡына күнекмәләр яһай башланым. Минең бәхеткә яҡшы инструктор осраны. Тәүлегенә 12-шәр сәғәт шөғөлләндем. Күнекмәне бер төрлө генә итеп эшләһәң, организм шуға күнегә, яраҡлаша. Шуға ла үҙеңдең мөмкинлегеңдән сығып, был сикте үҫтереү мөһим. Күнекмәләрҙе бер туҡтауһыҙ яһарға кәрәк. Баҫҡыстан менгән саҡта миңә кешеләр лифтта күтәрелергә тәҡдим итә. Баҫҡыс – бик файҙалы, һөҙөмтәле тренажерҙарҙың береһе, – тип ул үҙенең һауығыу серҙәрен ихлас уртаҡлашты.
Татарстандың Баулы ҡалаһында тыуып үҫкән Марат Мөҙәрис улы Ильясов Октябрьский нефть колледжын тамамлай. Ҡулына диплом алған егет “Баулынефть” предприятиеһының ер аҫты скважиналарын ремонтлау цехына оператор булып эшкә урынлаша. Алты айҙан һуң уны хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Армиянан һуң ул элекке эшенә ҡайта. Бер йылдан Мәскәүгә барып, университетҡа уҡырға инә. Тормошо ал да гөл бара. Тик бер көн килеп яҙмышы селпәрәмә килә: эшен юғалта, аварияға сәбәпсе булған дуҫы уға ярҙам итеүҙән баш тарта, яратҡан ҡыҙы ташлай...
Даими дауаланыу, реабилитация, операциялар ҙур сығымдар талап итә. Тәүге йылда ул 10 ай буйы дауаханала ята. Ошондай ауыр минуттарҙа туғандары, дуҫтары, таныштары ярҙамға килә. Яңынан аяҡҡа баҫыуҙа Аллаһ Тәғәлә ярҙамына ла ныҡ ышана.
– Иң мөһиме – килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын эҙләргә һәм тәүге аҙым яһарға ихтыяр көсө табырға кәрәк. Әлбиттә, бик ауыр, ҡайһы саҡта бөтөнләй килеп сыҡмаҫтай тойола, икеләнеүҙәр, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү, һыҙланыуҙар солғап ала. Шул минуттарҙа үҙеңә ышанысты юғалтырға ярамай һәм алға барыуҙы дауам итергә кәрәк. Миңә психолог, психотерапевт Виктор Франклдың “Сказать жизни Да” китабы ла рухи яҡтан ныҡ ярҙам итте.
Аллаһ Тәғәлә миңә ҙур көс бирә. Кешеләр күп осраҡта мәсеткә нимәлер һорарға йөрөй, ә мин уға рәхмәт әйтергә барам. Уның көсөнә ышанып, ысынлап та, мөғжизәләр яһайһың. Мин үҙемә, кешеләргә ышанам. Шул уҡ ваҡытта ышаныу ғына аҙ, күп эшләргә лә кәрәк, – ти Марат.
Эйе, барыһы ла егет уйлағанса бармай, әммә түшәктән тора алмаған беренсе төркөм инвалиды төшөнкөлөккә бирелмәй. Үҙе тирәһендә барған ваҡиғалар ҙа уның рухын һындыра алмай, тырышлығы, ныҡышмалылығы алға әйҙәй. Ул үҙ өҫтөндә даими шөғөлләнеү, күнекмәләр һөҙөмтәһендә аяҡҡа баҫыуға өлгәшә.
– Инвалидтың үҙенә генә эске ҡаршылыҡтарын еңеүе бик ауыр. Рухи һәм психологик ярҙам булмағанда, физик күнекмәләр эшләп кенә аяҡҡа баҫыу мөмкин түгел. Реабилитациялау ваҡытында икеһе лә бергә алып барылырға тейеш, – ти егет.
Кешегә Хоҙай сикһеҙ көс биргән
Марат Ильясов үҙ миҫалында был хәҡиҡәтте тирә-яҡтағыларға йәнә иҫбатланы. Физик мөмкинлектәре сикләнгән булһа ла, ул ике юғары белем ала: Мәскәү дәүләт асыҡ һәм Ҡазан дәүләт медицина университеттарын тамамлай. Ошо йылдарҙа реабилитациялау өсөн махсуслашҡан тренажерҙарҙың 15 төрөн уйлап таба. Әле уларҙы ҡулланып, инвалидтар өсөн тренажер залын асыу проектын ғәмәлгә ашырыу өҫтөндә эшләй. Шулай уҡ 12 йыл дауамында туҡтауһыҙ уҙғарған күнекмәләренең тәжрибәһенә таянып, ул ҡоро ерҙә һәм һыуҙа реабилитациялау күнекмәләре тупланмаһын әҙерләгән.
Мараттың тырышлығы, еңмешлеге ыңғай һөҙөмтә бирә: хәҙер ул үҙе йөрөй, үҙ-үҙен ҡарарлыҡ хәлдә. Кеше ғүмеренең ни тиклем ҡәҙерле һәм тормоштоң матур булыуын аңлаған егеттең һәр минуты иҫәпле, режим буйынса йәшәй. Әсәһе Ғәйшә Заһит ҡыҙының ярҙамы ҙур була.
Марат Мөҙәрис улы үҙе кеүек хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү маҡсатында коммерцияға ҡарамаған “Мин булдырам” ойошмаһын асҡан. Унда мөмкинлектәре сикләнгән төрлө йәштәге граждандар реабилитациялау курсын үтә. Әлбиттә, был эш ҙур сығымдар ҙа талап итә. Шуға ла егет һуңғы йылдарҙа грант ҡына түгел, башҡа сығанаҡтарҙы ла йәлеп итеү йүнәлешендә әүҙем эшләй.
Донъяла яҡшы кешеләр күп
Быға тиклем һүрәт төшөрөргә, һыҙмалар менән булышырға яратмаған егеттең башына төшкән бәлә уның конструкторлыҡ һәләтен дә аса: Марат реабилитациялау өсөн талап ителгән тренажерҙарҙың һыҙмаһын әҙерләй башлай. 2017 йылда иһә “Мин бөтәһен дә эшләй алам!” проектын тәҡдим итеп, “Татнефть” йәмғиәтенең грантын ота.
Ул тәҡдим иткән проект Рәсәй Президенты Гранты фондының икенсе конкурсында еңеп сыҡҡан. Шулай уҡ “Үҙең аяҡҡа баҫҡас, икенсегә ярҙам ит” проекты ла “БлагоДарение” мәрхәмәтлек фондының конкурсында еңеү яулай.
Матурлыҡ донъяны ҡотҡара, тиҙәр, ә мин был юлдарға “изгелек” һүҙен дә өҫтәр инем. Әгәр Марат Ильясов кеүек ауыр хәлгә тарығандар үҙ бәләһе менән яңғыҙ тороп ҡалһа, бәлки, уны йырып сығыу мөмкин дә булмаҫ ине. Арабыҙҙа битараф булмағандар бар һәм буласаҡ. Ошо арҡала ул өс тапҡыр Германияға барып, дауаланыу мөмкинлеген ала.
Баулы ҡалаһы хакимиәте һәм “БлагоДарение” мәрхәмәтлек фонды Марат Ильясовҡа реабилитациялау үҙәген асыуға бинаны ҡуртымға алыуҙа һәм ремонт мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам ҡулы һуҙған. Шулай уҡ Мараттың мөмкинлектәре сикләнгәндәргә реабилитациялау тренажерҙары эшләү проектын ғәмәлгә ашырыуҙағы эшмәкәрлеге барышында Белорет районының Сермән ауылындағы “Урал спорт ҡорамалдары заводы” һәм Татарстандағы “Бөгөлмә машиналар эшләү заводы” предприятиелары ла өлөш индергән.
Өфөлә уҙған сара – Мараттың сираттағы хыялын тормошҡа ашырыуы һөҙөмтәһе.
- Рәмилә МУСИНА