Йәмғиәт
19 Май 2023, 16:53

Үҙәк халыҡтың ышанысын яулаған

Бурыстар бында теүәл үтәлә.

Зөләлә Сәлихова.Зөләлә Сәлихова.
Зөләлә Сәлихова.

Йәмғиәттә эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу бөгөнгө заман талабына әүерелде. Ул – “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе. Бөтә Рәсәй “PERSONO-2021” премияһының “Йыл ҡатын-ҡыҙы” номинацияһында еңеү яулаған Зөләлә Сәлихова хаҡында дүртөйлөләр яҡшы хәбәрҙар. Ул ҡалала “Һеҙҙең доктор” клиникаһына нигеҙ һалған.

Йәмғиәттә танылыу, ҡаҙаныш­тарға өлгәшеү өсөн эшҡыуар ниндәй сифаттарға эйә булырға, ниндәй команда тупларға, коллектив эшен нисек ойошторорға тейеш? Уңыш серен “Һеҙҙең доктор” медицина үҙәге директоры Зөләлә Фәғит ҡыҙы яҡшы белә.

– Иң мөһиме, бер маҡсатты күҙ уңында тотоп, ҙур ынтылыш менән эшләгән, профессиональ хеҙмәт командаһын туплау шарт. Шулай уҡ хәҙерге заман медицина технологияларын ҡулла­ныу, уларҙы даими яңыртыу – көн талабы. Юғары квалификациялы команда – һәр медицина учреждениеһының визит карточ­каһы ул, – ти етәксе. – Тормошта төрлө мәлдәр булды – өмөтһөҙлөккә бирелгән, рух төшөнкөлөгө ялмаған, йәки үҙеңдә кинәт дәрт-көс тойоп, ҡанат­ланып киткән ваҡыттар ҙа. Үҙәк дауаханала эшләгәндә бик кәрәкле ультратауыш, тәрәнтен тикшереү ҡорамалдары кеүек әйберҙәрҙең етешмәүе кәйефте төшөрә ине. Шул саҡта диагнос­тиканы тулыһынса үткәреү мөмкинлеге булған клиника булдырыу уйы башҡа килде. Аҙаҡ тормошомда компаньондар – үҙенсәлекле шәхестәр тап булды, хәҙер улар менән ике тиҫтә йылға яҡын хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Уларҙың ярҙамында ваҡыт менән һыналған, халыҡтың ышанысын яулаған үҙәк төҙөй алдыҡ.

Зөләлә Сәлихова өсөн иң ҙур ҡиммәт – үҙ эшен  яратып, намыҫ менән башҡарған коллективы. Улар ярҙамында дауалау һәм диагностиканың алдынғы ысулдары үҙләштерелә, пациенттарға күрһәтелгән медицина ярҙамы­ның күләме арта. Быйыл Халыҡ-ара “Инновациялар һәм үҫеш” форумының эксперт советы күп йыллыҡ хеҙмәте һәм һаулыҡ һаҡлау тармағы үҫешенә лайыҡлы өлөш индергәне өсөн медицина үҙәге хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырҙы. Ә клиника етәксеһе “Йылдың иң яҡшы етәксеһе-2023” почет билдәһе менән бүләкләнде.

Клиника 2004 йылда булдырыла, ә 2005 йылда халыҡты ҡабул итеү башлана. Ошо йылдарҙа үҙ эшенең оҫталарын туплауға өлгәшелә. Хеҙмәт­кәрҙәрҙең күбеһе клиниканың тәүге көндәренән алып эшләүен дауам итә. Маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ табиптарҙың береһе – 37 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә булған Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, акушер-гинеколог Тәслиә Дәүләт ҡыҙы Арыҫланова 18 йәштән өлкән пациенттарҙы ҡабул итә, дауалай, кәрәк саҡта операция яһай. Ошо ваҡыт арауығында бала табыу йортонда, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында, гинекологияла эшләп, ҙур тәжрибә туплаған. “Һеҙҙең доктор” клиникаһында эш башлауына ла ике тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙған.

Өҫтәүенә, уны дүртөйлөләр әүҙем йәмәғәтсе, райондың үҙешмәкәрлек сараларын, кон­церттарҙы алып барыусы итеп тә белә. 10 йыл буйы урындағы радио аша “Сәләмәтлек” радиожурналын алып бара. Тәжри­бәле, юғары категориялы табип “Хеҙмәт батырлығы өсөн” ми­ҙалы менән наградланған, “Дүрт­өйлө үҙәк район дауаханаһының ветераны”, “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған.

Медицина үҙәге идарасыһы Земфира Зиф ҡыҙы Имамова тураһында ла яҡшы фекерҙә етәксе. Уның тырыш хеҙмәте “Инновациялар һәм үҫеш өсөн” почетлы миҙалы һәм диплом менән билдәләнгән. Награда Мәскәү ҡалаһында үткән халыҡ-ара форумда тантаналы шарттарҙа тапшырылған.

– Коллективыбыҙ бик берҙәм, – ти ғорурлыҡ менән Зөләлә Фәғит ҡыҙы. – Һәр кем үҙ бурыс­тарын теүәл үтәй, ауырыуҙарға мөнәсәбәттең һәр саҡ йылы булырға тейешлеген аңлай. Кешеләрсә яҡшы мөғәмәлә ҡайһы саҡта дарыуҙан да тәьҫирлерәк бит ул.

Һаулыҡ һағында торған егәрле, белемле аҡ халатлылар коллективына артабан да уңыштар насип итһен!

- Динә АРЫҪЛАНОВА

Тәслиә Арыҫланова.
Земфира Имамова.
Тәслиә Арыҫланова.
Читайте нас