Йәмғиәт
19 Май 2023, 16:57

Йәштәр тыуған яҡҡа ҡайта

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ошо ҡаҡса кәүҙәле, мөләйем ҡыҙ изгелеге, хәстәрлеге һәм яуаплылығы менән ҡыҫҡа ғына ваҡытта ауылдаштарҙың хөрмәтен яуларға һәм ышанысын аҡларға өлгөрҙө.

Татар Ураҙы ауылында фельдшер булып эшләгән Гүзәл Ғайсина тураһында ауылдаштары бары яҡшы фекерҙә. Бына нимә яҙа яҡташы Лилиә Солтанова: “Беҙҙең бәләкәй генә ауылда, нигеҙҙә, пенсионерҙар йәшәй. Ул һәм ҡыҙҙары, тыуған йорттарын ташлап, төрлө тарафҡа таралған, ә ата-әсәләр йылдан-йыл олоғая. Өлкәнәйгән һайын, һыҙланған, ауыртынған көндәр ҙә күбәйә, уларға табип кәңәше лә, дарыуҙары ла бик кәрәк. Ҡалаға барып, табипҡа сиратҡа тороу, анализдар тапшырыу ҙур мәшәҡәткә әүерелә.

Бик оҙаҡ ваҡыт күптәр өсөн был оло проблема булды. Ауылда модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлаштырылғас, халыҡтың тормошо яҡшыра төштө. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлгән медицина пункты уңайлы шарттарҙа ярҙам алыуға булышлыҡ итә.

Татар Ураҙы тормошона ошо пункттың хужабикәһе Гүзәл Ғайсина сағыу биҙәктәр өҫтәне. Аҙ ғына ваҡыт эсендә халыҡтың ышанысын яулай алған ҡыҙға хөрмәтебеҙ ҙур. Ул беҙҙе борсоған, ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға яуап бирә, ниндәй процедуралар үтергә кәрәклеген аңлата. Ауылдаштарым исеменән ауылыбыҙға йән өргән, йәм өҫтәгән Гүзәлгә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уның йылы һүҙҙәренән инәйҙәребеҙ ҙә йәшәреп, ҡанатланып киткәндәй була. Изгелек йәшәүгә көстө арттыра, дәрт өҫтәй. Ауылдарға йәштәр килеүе – бөгөн бигерәк тә яҡшы күренеш”.

Татар Ураҙы ауылында модулле медицина пункты 2021 йылда асылды. Тәүге көндәрҙән үк эшкә тотонған Гүзәл Ғайсина “Ауыл фельдшеры” дәүләт программаһында ҡатнашты. Ошондай уҡ ФАП-тар 2023 – 2025 йылдарҙа Юсыҡ, Тау, Йөгәмеш, Ураҡай, Иҫке Сусаҙыбаш ауылдарында төҙөләсәк.

- Лидия ҒАРИПОВА

Яңауыл районы

Читайте нас