Йәмғиәт
20 Май 2023, 12:30

Ялығыҙ файҙалы үтһен!

 Күптәр Шүлгәнташ мәмерйәһенә юллана.

Ялығыҙ файҙалы үтһен!Ялығыҙ файҙалы үтһен!
Ялығыҙ файҙалы үтһен!

Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан халҡы сәйәхәт итергә ярата. Отпуск булһынмы йәки оҙайлы каникулдармы, күптәр Шүлгәнташ мәмерйәһенә юллана. Бынан тыш, Рәсәй буйынса сәфәр ҡылыусылар ҙа етерлек. Ҡазан Кремлен барып күреүселәр, Ырымбур өлкәһендәге тоҙло күлдә һаулығын нығытыусылар, Ижевск паркында булыусылар шуға асыҡ миҫал.

Волга буйы федераль округының туристик ҡеүәте йылдан-йыл үҫә. Әлбиттә, ял урындарында уңайлы шарттар тыуҙырыла. Ошо көндәрҙә Һарытау ҡалаһында "Туриада" тигән округ буйынса спорт-туристик лагеры ойошторолдо.

Фото: dzen.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас