Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында тәүге тапҡыр "Май майы" йәрминкәһе үҙҙы. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙған.
"Ҡашҡар ауыл биләмәһенә дүрт ауыл инә: Ҡашҡар, Исҡужа, Мәҡсүт һәм Ишбулды. Ауыл халҡы донъя көтөргә бар көсөн һалып тырышып йәшәй.
Биләмә буйынса 800-ҙән ашыу һыйыр, 180-дән ашыу ат малы,150 трактор, 28 йөк машинаһы, 16 пресс-йыйыу, 300-ҙән ашыу еңел машина иҫәпләнә. Йәштәр ҙә күпләп тыуған ауылдарында төпләнә. Мал үрсетә. Шәхси хужалыҡтарҙа иң кәмендә өс һауын һыйыры, ә инде иң күбе 20 баш һыйыр һауған ғаиләләр бихисап. Был бик һоҡланғыс.
Һәр ваҡыт берҙәм, матур итеп йәшәгеҙ. Һыйырығыҙҙың ағы, майы һәр ваҡыт үтемле булһын. Һаулыҡ, именлек, матур ялдар теләйем" - тип яҙған ул.
Тәүге тапҡыр үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, "Май майы" бик йәмле үткән. Сарала ҡатнашыусыларға Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Зәйнуллина үҙенең "Сибәркәй" исемле һыйырын һауып, ҡунаҡтарҙы яңы һауылған парлы һөт менән һыйлаған. Фәниә Аҡҡужина "Сепарат айыртыу" буйынса оҫталыҡ дәрәсен үткәргән. Яңы айыртылған ҡаймаҡты барыһы ла бик ҡыҙыҡһынып күҙәткән. Сепарат айыртыу ысулын күҙәтеүселәр яңы аҡҡан ҡаймаҡтан ауыҙ итеү мөмкинселегенә эйә булған. Шулай уҡ май бешеү буйынса ла төрлө ярыштар үткән.
Кемдер май майы һатып алһа, икенсәләре аҡтан әҙерләнгән төрлө ризыҡтарҙы алып ҡыуанған. Шулай уҡ туҙ һағыҙы ла ҡайнатылып, шунда уҡ һатылған.
Фото: Йылайыр район хакимиәте сайтынан.