Йәмғиәт
21 Мая 2023, 09:30

Еңеүсе – Краснодар крайынан!

Компьютер спорты беренселеге Рәсәй Спорт министрлығының 100 йыллығы сиктәрендә уҙғарыла.

Еңеүсе – Краснодар крайынан!Еңеүсе – Краснодар крайынан!
Еңеүсе – Краснодар крайынан!

Өфөлә компьютер спорты буйынса Рәсәй беренселегенең барыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.

Ысынлап та, Башҡортостан – спорт яратыусы төбәк. Беҙҙә 120-нән ашыу спорт төрө бар, улар буйынса ярыштар даими үтеп тора. Компьютер спорты беренселеге Рәсәй Спорт министрлығының 100 йыллығы сиктәрендә уҙғарыла.

 Рәсәй Компьютер спорты федерацияһы президенты Дмитрий Смит белдереүенсә, йәш спорт төрө булыуына ҡарамаҫтан, киберспорт менән шөғөлләнеүселәр йылдан-йыл арта. Сара Өфөлә яҡшы ойошторолған, уйындар ныҡ сәмле бара.

Компьютер спорты буйынса Рәсәй беренселегенең Starcraft 2 буйынса еңеүселәре билдәле булды. Шулай итеп, Краснодар крайынан Яков YounqYakoy Моисеенко беренсе урынды алды.

– Үҙемдең уйыным менән ҡәнәғәтмен, – тип һөйләй Яков Моисеенко. – Әлбиттә, бик ауыр барҙы уйын, оппоненттың көслө булыуын таныйым. Тәүҙә ҡаушаным, аҙаҡтан үҙемде ҡулға алдым.

Икенсе урынға Мәскәү ҡалаһынан Илья Mikikow Потапов сыҡты. Ә өсөнсө урын Томск өлкәһенән Виталий Couquar Рощинға бирелде.

Әлбиттә, алда – финал уйындары, унда Томск өлкәһе һәм Санкт-Петербург ҡалалары командалары көс һынаша.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас