Рәсәйҙән Кубаға даими рейстар асыла. 2023 йылдың йәйендә Куба Республикаһы менән даими авиабәйләнеште тергеҙеү күҙаллана. Аҙнаһына Мәскәүҙән яҡынса өс рейс планлаштырыла. "Аэрофлот"тың филиалы "Рәсәй" авиакомпанияһы бер рейс яһағанда 650 - 750 тирәһе пассажирҙы ташыясаҡ.
Ошондай килешеүгә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенконың Кубаға эш сәфәре барышында килешелде.
- Куба Республикаһы беҙҙең - төп партнер һәм популяр ял итеү урыны. Беҙ Рәсәйгә эшлекле һәм туристик маҡсат менән килә алған Куба граждандарына һәр ваҡыт шатбыҙ, - тип белдерҙе вице-премьер Дмитрий Чернышенко.
Әлеге ваҡытта Куба Республикаһы менән Рәсәй араһында аҙнаһына алты чартер рейсы башҡарыла. Йыл йомғаҡтары буйынса чартер һәм даими ташыуҙар буйынса дөйөм пассажирҙар ағымы 150 мең самаһы кеше тәшкил итер тип көтөлә.
Куба банкоматтары «Мир» түләү системаһы менән эшләй, әле ҡунаҡханаларҙа, магазиндарҙа, ресторандарҙа «Мир» карталары менән түләү мөмкинлеге булдырыу өҫтөндә эш алып барыла.
Фото: vce-i-crazu.livejournal.com