Йәмғиәт
22 Май 2023, 13:30

Лайыҡлы бүләген алды

Кәңәшмәлә транспорт үҫеше мәсьәләһе лә тикшерелде. 

Лайыҡлы бүләген алдыЛайыҡлы бүләген алды
Лайыҡлы бүләген алды

Бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башнефтегеофизика” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Рөстәм Әҙиевҡа Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Компания етәксеһе был наградаға махсус хәрби операцияға индергән өлөшө өсөн лайыҡ булды.

Шуны билдәләп үтәйек: “Башнефтегеофизика” үҙҙәренең мобилизацияланған хеҙмәткәрҙәренә амуниция һәм ҡорамалдар һатып алыуҙа, матди ярҙам күрһәтә. Бынан тыш, “Сервис-Мастер” бүлендек йәмғиәте махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тапшырған “УРАЛ” йөк автомобилдәрен эшкәртә.

– Нефть-газ тармағындағы яҡшы иҡтисади күрһәткестәр һәм яугирҙарға ярҙам иткәндәре өсөн предприятиеға рәхмәт белдерәм. Уларҙан ҙур сәләм тапшырам, – тине Радий Хәбиров.

Кәңәшмәлә күтәрелгән тағы бер тема транспорт тармағына арналды. Өфөлә Вокзал урамында автомобиль юлы аҫтында ер аҫты үткәүелен асыу күҙаллана. Был хаҡта республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғарипов хәбәр итте. Ул Өфө тимер юл вокзалын реконструкциялауҙың икенсе этабы тамамланғандан һуң эшләй башлаясаҡ. Радий Хәбиров ҡала хакимиәтенә тейешле йөкләмә бирҙе.

– Һеҙҙең бурыс – ер аҫты йәйәүлеләр үткәүелен файҙаланыуға тапшырыу, – тине республика Башлығы. – Объектты 2024 йылғы планға индереү өсөн ҡарар ҡабул итәбеҙ.

Рәсәй тимер юлдары менән берлектәге тағы ла бер проект – Иван Яҡутов исемендәге паркта Өфө балалар тимер юлын яңыртыу. Уның базаһында уҡыу кластары һәм интерактив уҡытыу системалары булған заманса белем биреү-профориентация кластеры булдырыла. “Куйбышев тимер юлы” проектҡа 1,8 миллиард һум һала. Республика үҙенең яғынан Иван Яҡутов исемендәге паркты реконструкциялау программаһын әҙерләй, тип хәбәр итте төбәк Башлығы.

– Был балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм танып белеү объекты буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Парк үҙе лә иғтибар талап итә, тип һөйләштек. Ошо биләмәне яңыртыу өсөн документтар әҙерләй башларға кәрәк. Иван Якутов исемендәге парк – үҙәк, ул айырым ҡараш талап итә. Рәсәй тимер юлдары менән эште синхронлаштырыу мөһим.

Шулай уҡ Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғарипов Өфөнөң тимер юл вокзалында башҡорт телендә иғландар күрһәтелә башлауын хәбәр итте. Әле мәсьәлә техник ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу стадияһында.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас