Мәләүез районының Восточный ауылында йәшәгән Зәйлә Әлмөхәмәтованы йыр-моң ғүмере буйы оҙата бара. Һыртлан ауылында башланғыс класты тамамлағандан һуң, әсәһенең бер туған апаһы, Башҡортостандың танылған радиохәбәрсеһе, режиссеры Фәниә Хәлитова уны Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге мәктәп-интернатҡа урынлаштыра. Пианинола, гитарала оҫта уйнаған, моңло итеп йырлаған ҡыҙ сәнғәт юлын һайлаһа, бөгөн, бәлки, республикала арҙаҡлы артист булыр ине.
Зәйлә иһә 10-сы кластан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетына уҡырға инә. Биш йылдан йәш белгес, тыуған яғына ҡайтып, Беренсе Май мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Ауылдың уңған егете, тракторсы Илбәк Мик улы менән ғаилә ҡора, өс балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына баҫтыралар.
Донъя бер аҙ яйланғас, күңелгә тыныслыҡ бирмәгән йыр-моңға һыуһау тойғоһо тау шишмәһеләй урғый: үҙ янына таланттарҙы туплап, ижад эшен йәйелдерә. Бына дүрт йыл инде Мәләүез районының Восточный ауылында “Илһам” ансамбле эшләп килә. Бында яҡын-тирәләге Һыртлан, Һарыш, Мотай, шулай уҡ Күгәрсен районының Йомағужа ауылдарынан сәнғәткә мөкиббән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша.
Нисек башланып китте икән был изге эш? “Һәр кемдең дә йәшерен хыялы була. Үҙ-үҙемдең мөмкинлегемде раҫлау, тормоштоң йәмен бөтөнләй икенсе яҡтан асыу теләге һәр саҡ янар ҡуҙ кеүек йөрәгемде йылытты”, – ти ансамбль етәксеһе Зәйлә Әлмөхәмәтова.
Гәзитебеҙҙең бөгөнгө геройы Восточный урта мәктәбендә 35 йыл балаларға инглиз һәм немец телдәрен өйрәтә. Районда билдәле, юғары категорияға эйә педагог “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Ике тиҫтәнән ашыу уҡыусыһы уның эҙенән китеп, инглиз теле уҡытыусыһы һөнәрен һайлаған. Юғары уҡыу йортона ингән уҡыусылары, мәктәптә яҡшы әҙерлек алғас, һис ауырлыҡһыҙ сит телдәрҙе үҙләштерә.
Студент йылдарында һәм эш дәүерендә районда төрлө сараларҙа бик әүҙем ҡатнаша Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы.
“Ҡасан ғына хаҡлы ялға сығаһың инде? Вокаль ансамбль ойошторор инең” тигән үтенестәр яңғырай башлай ауылдаштарынан, әхирәттәренән. Зәйлә Рафиҡ ҡыҙының ансамбль ойоштороу теләге электән күңелендә йөрөй, әммә аккомпаниатор, йырҙың минусовкаһын табыу ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Башта мәктәптә балаларҙы музыкаға өйрәтеү түңәрәген ойоштора. Уҡыусыларының район конкурстарында еңеүе уға дәрт өҫтәй. “Ни өсөн әле хаҡлы ялға сыҡҡанды көтөргә, аҙнаһына бер-ике сәғәт буш ваҡыт табырға була ла инде, тип уйланым да телефон һандарын барлай башланым. Йырлай белеү-белмәүен дә иғтибарламаным, минең өсөн төркөмдәге ҡатын-ҡыҙҙың кешелек сифаттары беренсе урында булды”, – ти Зәйлә апай.
2016 йылда тәүге репетицияға йыйылып, ансамблгә исем һайлайҙар. “Фәниә Хәлитова-Сөләймәнованың “Илһам” исеме менән сыҡҡан тапшырыуы бар ине. “Ҡыҙым, тапшырыуымдың исемен ал, эшемде дауам иткән кеүек булырһығыҙ”, тигәйне. Ҡыҙҙар ҙа был тәҡдимде ҡыуанып хупланы”, – ти етәксе.
Шулай итеп, “Илһам” ансамбле үҙенең ижад юлын башлап ебәрә. Репетицияға эшкә йөрөгән кеүек бер көн ҡалдырмай йөрөйҙәр, онотолоп китеп өсәр сәғәт шөғөлләнгән ваҡыттары ла булғылай. Ауылдағы сараларҙа сығыштарын халыҡ алҡышлап ҡаршылағас, “илһам”дарға дәрт өҫтәлә. “Беҙҙең репертуарҙа халыҡ йырҙары өҫтөнлөк итә. Милли ҡомартҡыларыбыҙҙы тергеҙеү һәм тамашасыға еткереү – үҙе бер ҡыуаныс. “Ете ҡыҙ”, “Гөлнәзирә”, “Ҡыҙыл юрға”, “Йыйҙым еләк”, “Йыуаса” тигән йырҙарҙы кинәнеп башҡарабыҙ. Инглиз, немец теленә тәржемә ителгәндәре лә бар. “Ҡаҙ ҡанаты” һәм “Шәл бәйләнем” көйҙәренә бейеү һалдыҡ. Икеһенә лә шәл кәрәк булып сыҡты. Ғүмерҙә ырғаҡ тотмаған ҡатындарҙы шәл, косынка бәйләргә өйрәттем. Хәҙер үҙҙәренә бер шөғөл арттырҙылар: туғандарына бәйләмдәрен бүләк итеп ҡыуаналар”, – ти Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы.
2017 йылда район сараларының береһендә “Илһам” ансамбленең уңышлы сығышынан һуң уларҙың эргәһенә “Бай баҡса” телеконкурсында еңгән мөләйем йөҙлө апай килеп, гөлгә күмелгән баҡсаһында тапшырыуҙа ҡатнашыуҙарын үтенә. Шулай итеп, ансамбль ағзалары, “Йыйҙым еләк” йырын башҡарып, матур видео төшөрә һәм “Ҡурай” каналына ебәрә. Башҡортостандың билдәле режиссеры Франгиза Илбәкова, уларҙың колоритлы сағыу сығышын күреп, “Илһам” ансамбле башҡарған “Ҡыҙыл юрға” йырына клип төшөрә. Унда төп ролдә донъя күләмендә танылған ҡурайсы Ишморат Илбәков сығыш яһай, ҙур булмаған сюжет йөрәктәрҙе тетрәндерә.
Талант эйәләренең уларға иғтибары тағы ла дәрт, илһам өҫтәй. Яҡын-тирә ауылдарға, күрше райондарға сығып, концерттар ойошторалар, шулай уҡ республика күләмендәге сараларҙа сығыш яһайҙар.
Ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер етәксе. Райондың йәш таланты Самир Латиповҡа ярҙам итһенме, яҡташыбыҙ Ғәлим Дәүләдигә арнап шиғыр яҙһынмы – уның ҡулынан барыһы ла килә.
2018 йылда ике фажиғәле хәл уларҙы тетрәндерә. Восточный мәктәбенең сығарылыш уҡыусыһы аварияға осрай, дауаланыу өсөн аҡса талап ителә. Икенсе сығарылыш класс уҡыусыһы өйләнеп донъя ҡорғас, ҡыҙы Аделияға ла ярҙам кәрәк була. Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы етәкселегендәге “Илһам” ансамбле хәйриә концерттары ойоштора, ҡулынан килгәнсә уларға ярҙам итә. “Аллаға шөкөр, икеһе лә иҫән, тәүгеһе аяҡҡа баҫып эшләп йөрөй, икенсеһе Израилдә дауаланып ҡайтып, әле реабилитация курсы үтә”, – ти башҡаларҙың шатлығын үҙенекеләй ҡабул иткән ханым.
Ансамблдең исеме есеменә тап килеп тора. Талантлы ҡыҙҙар бар эшкә маһир. “Гөлнәзирә” һәм “Ураҡсы ҡыҙ” йырҙарына клип әҙерләгәндәр. Үҙҙәре үк башҡорт халыҡ кейемдәрен тегә, биҙәүестәрен етештерә, кейеҙ баҫырға өйрәнгәндәр. “Уҡыусым Алина Хантимерова – кейеҙ баҫыу оҫтаһы. Үҙенә һәм туғандарына кейеҙҙән тапочка, быйма, эшләпә, сумка эшләп бүләк итә. Ул һөнәргә беҙҙе лә өйрәтте. Кейеҙ һаҡалдарыбыҙ ҙа бар хәҙер. Ҡашмау эшләргә ниәтләнәбеҙ”, – ти Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы. Район ағинәйҙәрен саҡырып, ҙур сара уҙғарғандар: кейеҙ баҫыу серҙәрен уртаҡлашҡандар, бай йөкмәткеле концерт менән сығыш яһағандар.
“Илһам”дарҙың ҡаҙаныштары ла байтаҡ. Былтыр Рим Хәсәновтың “Ҡышҡы романс”ын башҡарып, актер йыры конкурсында республикала еңеүсе булып таныла һәм маэстроның ҡулынан ҡиммәтле бүләк ала. Социаль селтәрҙә башта – “Октябрь юлы”, һуңғараҡ “Көнгәк” гәзиттәре уҙғарған төбәк-ара ярыштарҙа еңә. “Аһәң” республика конкурсында өсөнсө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ була. Ишембайҙа “Торатау моңо” республика конкурсында икенсе дәрәжә диплом менән бүләкләнә. Хәйриә концерты үткәреп, хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә махсус адреслы ярҙам итә. Бер ай элек Тәүәкән ауылында сығыш яһаһалар, ошо көндәрҙә Ергән ауылына барырға йыйыналар.
– Беҙ ярҙам ебәргән ротала 60 кеше. Унда минең уҡыусым хеҙмәт итә. Уның әсәһе лә – уҡыусым. Ә өләсәһе – ансамблдең әүҙем ағзаһы. Уҡытыусы булараҡ, мәктәп балаларынан рәхмәт хаттары яҙҙырам. Гуманитар ылау менән төнөн күрә торған прибор һатып алып биреп ебәрҙек, – ти Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы.
Уларҙың хәйриә эшен урындағы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы (етәксеһе – Гөлнәзирә Рәхмәтуллина) күтәреп алған, концерттарға кеше йыйырға ярҙам итә.
Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы, “Илһам” ансамблен ойоштороп, ауылдағы апай-инәйҙәрҙе күтәреп, туплап, һәр кемгә йәшәү дәрте өҫтәй.
Әҡлимә ИМАМОВА