Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май , 21:15

Хәрби-патриотик парк үҙәге буласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ауырғазы районы Көйәҙебаш ауылы янындағы Өфө юридик институтының буш торған уҡыу базаһында булды.

Хәрби-патриотик парк үҙәге буласаҡ
Хәрби-патриотик парк үҙәге буласаҡ

Бөгөн  Ауырғазы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көйәҙебаш ауылы янында урынлашҡан Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының буш торған уҡыу базаһында булды.

Был "Патриот" хәрби-патриотик парк филиалын асыу мөмкинлеген биргән майҙансыҡтарҙың береһе. Мәғлүм булыуынса, ағымдағы йылдың апрелендә республика Башлығы ошондай уҡыу-методик һәм хәрби-спорт үҙәктәрен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.

Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов әйтеүенсә, уҡыу базаһының ике ер участкаһында медпункт, уҡыу һәм йоҡо корпустары, 120 урынлыҡ ашхана, клуб, административ корпус һәм ярҙамсы биналар бар. Объекттар 1980 йылдарҙың аҙағында төҙөлгән. Йыл әйләнәһенә эшләү өсөн шулай уҡ базаға газ үткәрергә кәрәк. Инженер селтәрҙәре яҡында ғына бар.

"Беҙ йәштәргә спорт менән шөғөлләнергә мөмкинлек булһын өсөн республиканың бер нисә районында "Патриот" паркы филиалдарын һәм "Авангард" үҙәген асырға ҡарар иттек, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Тәүге бындай үҙәкте Баймаҡ районының Күлтабан ауылында асасаҡбыҙ".

Фото: glavarb.ru

Хәрби-патриотик парк үҙәге буласаҡ
Хәрби-патриотик парк үҙәге буласаҡ
Хәрби-патриотик парк үҙәге буласаҡ
Хәрби-патриотик парк үҙәге буласаҡ
Хәрби-патриотик парк үҙәге буласаҡ
Хәрби-патриотик парк үҙәге буласаҡ
Хәрби-патриотик парк үҙәге буласаҡ
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в