Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Йәмәғәт киңлектәре сәғәте" форматында кәңәшмә үткәрҙе.
Фекер алышыу алдынан төбәк етәксеһе профилле министрлыҡтар, Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре менән Киров районында урынлашҡан Ленин исемендәге паркты ҡараны.
Республика Башлығы парктың статусын айырым билдәләне һәм йәмәғәт киңлеген яңыртыу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Ул яңы функционал һәм заманса төҫ алырға тейеш. Радий Хәбиров, парктың йәйәүлеләр зонаһы ҡәнәғәтләнерлек түгел, яңыртыу талап ителә, тип билдәләне.
"Бөгөн беҙ Ленин исемендәге паркка сираттағы “яҡынайыу” сараһын күрәбеҙ. Хаталарға юл ҡуйырға ярамай. Мотлаҡ рәүештә халыҡ менән кәңәшләшәсәкбеҙ, сөнки парк республика статусына эйә. Ул бөтәһенә лә - өфөләргә, ишембайҙарға, бөрйәндәргә, асҡындарға һ.б. мөһим, - тине Радий Хәбиров. - Плитканы, яҡтыртыу нөктәләрен алмаштырырға кәрәк тигән ҡарар ҡабул иттек. Парктың структураһын, тәғәйенләнешен, уның маҡсаттарын, бурыстарын үҙгәртмәйәсәкбеҙ. Моғайын, төп сәнғәт ошондалыр".
Кәңәшмәлә Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү буйынса тәҡдимдәр ҡаралды. Атап әйткәндә, периметры буйынса махсус йомшаҡ япмалы йүгереү һуҡмағы һалыу, яҡтыртыуҙы яңыртыу, фонтандарҙы ремонтлау, видеокүҙәтеү системаһын монтажлау һәм бәләкәй архитектура формалары объекттарын ҡуйыу күҙаллана. Республика Башлығы кәңәшмәлә ҡатнашыусылар менән баш ҡаланың башҡа парк зоналарын реконструкциялау барышын да тикшерҙе. Радий Хәбиров барлыҡ проект-эҙләнеү һәм төҙөлөш-монтажлау эштәре графигын теүәл үтәү кәрәклеген билдәләне.
Фото: glavarb.ru