Йәмғиәт
24 Май 2023, 15:45

Ремонт эштәре тамамланған

Радий хәбиров Ауырғазы районы Талбазы ауылындағы Күп функциялы үҙәк офисында булды.

Ремонт эштәре тамамланғанРемонт эштәре тамамланған
Ремонт эштәре тамамланған

Бөгөн Ауырғазы районының Талбазы ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Минең документтарым" дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк офисында булды.

Бында бинаға янғын системаһы һәм кондиционер ҡуйыу буйынса ремонтлау эштәре тамамланған. Шулай уҡ килеүселәр өсөн көтөү зонаһы майҙаны киңәйтелгән. 

Күп функциялы үҙәк бүлексәһе мөдире Гөлшат Кәримова әйтеүенсә, офиста клиенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең ете тәҙрәһе эшләй. Йәмғеһе 468 төр хеҙмәт күрһәтеү оошторолған. Йыл башынан алып бында халыҡтың 20 меңгә яҡын ғаризаһы эшкәртелгән. Уртаса көтөү ваҡыты ике минуттан артмай. Иң популяр хеҙмәт - ул күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәү.

Фото: glavarb.ru

Ремонт эштәре тамамланған
Ремонт эштәре тамамланған
Ремонт эштәре тамамланған
Ремонт эштәре тамамланған
Ремонт эштәре тамамланған
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас