Йәмғиәт
25 Май 2023, 12:30

Батарея хеҙмәткә әҙер!

Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәнов исемен йөрөткән батарея егеттәре уның исеменә тап төшөрмәҫкә тырышасаҡбыҙ ти.

Батарея хеҙмәткә әҙер!Батарея хеҙмәткә әҙер!
Батарея хеҙмәткә әҙер!

Бөгөн М. Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркынан С. Зорин исемендәге Башҡорт танк батальоны һәм Ш. Сөләймәнов исемендәге Башҡорт зенит-артиллерия батареяһын хәрби әҙерлеккә оҙатыу тантанаһы үтте.

Был сара ваҡытында Шәриф Сөләймәнов исемендәге Башҡорт зенит-артиллерия батареяһы командиры, өлкән лейтенант Айҙар Исмәғил улы Хәбилов үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.

– Кәйеф күтәренке, батарея хеҙмәткә әҙер. Бөгөнгө сараның әһәмиәте бик ҙур. Тыуған илде һаҡларға кәрәк, был ир-аттың изге бурысы. Шуға беҙ юлланырға булдыҡ. Алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы анығыраҡ итеп әйтә алмайбыҙ, тик төп бурыс бер – Тыуған илде һаҡларға. Беҙҙең батареяға Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәнов исеме бирелде. Беҙ уның вариҫтары уның исеменә тап төшөрмәҫкә тырышырбыҙ. Һалдаттар, старшинлар менән вәғәҙәне үтәргә тейешбеҙ. Минең бурысым иһә – егеттәрҙе һаҡлап ҡалырға, бурыстарҙы, приказдарҙы еренә еткереп үтәргә.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас