Йәмғиәт
25 Май 2023, 12:15

Урман хужалыҡтарына яңы техника тапшырылды

Республика Башлығы янғын һүндереү машиналарының мөмкинлектәре менән танышты

Урман хужалыҡтарына яңы техника тапшырылдыУрман хужалыҡтарына яңы техника тапшырылды
Урман хужалыҡтарына яңы техника тапшырылды

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың урман хужалыҡтарына 12 урман янғынын һүндереү машинаһы һәм 32 патруль автомобиле тапшырҙы. Үҙебеҙҙә сығарылған яңы техника “Урманды һаҡлау” федераль проектына ярашлы һатып алынған.

– Урманыбыҙ хаҡында хәстәрлек күргәнегеҙ өсөн ҡулығыҙҙы ҡыҫып рәхмәт әйтергә форсат тыуғанға бик шатмын, – тине Радий Хәбиров. – Урман – Башҡортостандың төп байлыҡтарының береһе. Урман фондын һаҡлап ҡалыу өсөн бергәләп беҙ байтаҡ эш башҡарабыҙ. Һеҙгә ҙур рәхмәт.

Яңы автомобиль асҡыстарын тапшырғандан һуң республика Башлығы янғын һүндереү машиналарының мөмкинлектәре менән танышты.

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас