Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май , 16:52

Ҡап-ҡара булып төн килһә лә...

Һуңынан ҡояшлы таң ата.

vk.com/med_s_paseki
Фото:vk.com/med_s_paseki

Бер кем дә “тормошо һәр саҡ матур, яҡшы, уңышлы, ҡыуаныслы һәм бәхетле мәлдәрҙән генә торор” тип инана алмай. Ни тиһәң дә, һәммәбеҙҙең йәшәйеше үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ. Берәүҙәр яҙмышына күнеп көн итә, икенселәр һынауҙар алдында юғалып ҡалмай, тормош юлдарын үҙҙәре теләгәнсә үҙгәртеп ебәреүсән. Роза ла тап шундайҙарҙан.

Ҡатындың тормошо ҡасандыр әкиәтте хәтерләтә ине. Һәр хәлдә, уны яҡындан белмәгәндәр шулай уйлағандыр. Ире менән икәүләшеп йәш саҡта уҡ эшҡыуар­лыҡ менән шөғөлләнә башлағай­нылар. Шулай итеп, байтаҡ ваҡыт үтеп, ярайһы ғына тәжрибә туплағас, шәхси фирма ойоштор­ҙолар. Ҡыҙҙары ла, күптән юғары белем алып, үҙ ғаиләһен ҡорҙо. Ул ата-әсәһенә ауырлыҡ килтер­мәй, шулай уҡ ире менән йүнсел­дәр. Тик бына ҡыҙҙары башлы-күҙле булғас ҡына, ҡатын үҙенең бай, мул, етеш, әкиәти тормошта бөтөнләй яңғыҙ ҡалыуын, хатта күңел асып һөйлә­шер кешеһенең юҡлығын асыҡла­ны. Эштә генә ул – һәр кемгә кәрәкле етәксе, оҫта ойоштороусы, яҡшы иҡтисадсы һәм бай тәжрибә­ле юрист. Шуға ҡатын фирманың үҙәк өлөшө булһа, ире – теле телгә йоҡмаған, һәр кем менән тиҙ  аралаша алған Зәбир – төрлө килешеүҙәр төҙөү, яңы бәйлә­нештәр булдырыу менән шөғөл­ләнде. Шулай итеп, ғаилә карабы тормош “тулҡындары” буйлап һәүетемсә генә йөҙҙө: эш тә, шәхси тормош та тыныс ҡына алға барҙы.

Әммә һуңғы йылдарҙа ҡатын­дың сәләмәтлеге ҡаҡшай башланы, шуға ул дауаханала һаулығын нығытып алмаҡсы булды. Бының өсөн ҡаршы булырлыҡ бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ: фирмала ире баш булып ҡаласаҡ, эш иһә күптән яйға һалынған, ҡыҙының тормошо ла, күҙ теймәһен, яҡшы ғына. Дауаханала ваҡыт һиҙелмәй генә үтте лә китте һәм Роза, “иремә сюрприз эшләйем, ҡыуандырайым әле” тип, такси менән үҙе ҡайтырға булды. Тик фатирҙың ҡыңғырау төймәһенә баҫҡас, ишекте бер кем дә асырға ашыҡманы. “Бәй-бәй, был ваҡытта Зәбир өйҙә булырға тейеш”, – тип уйлап алды ла ҡатын тағы шылтыратты. Асып инер ине лә бит, дауаханаға тип юлланғас, өҫтәүенә, үҙен ире оҙатҡас, торлаҡ асҡысын алмағайны шул. Ниһайәт, ишек асылды. Тупһала Зәбир тора ине... Ә уның артында – Земфира. Үҙҙә­ренең фирмаһында секретарь булып эшләгән, теле телгә йоҡмаған, тәтелдәк ҡыҙ. Розаның аяҡ аҫтында ер ишелгәндәй тойолдо, бындай хыянатты иренән ул һис көтмә­гәйне. Беренсе мөхәббәте булған Зәбиренә шул тиклем ышана ине шул...

Бер һүҙ ҙә өндәшмәне ҡатын, әйберҙәрен сумаҙанына тейәне лә ҡала эргәһендәге ҡасабалағы өйҙәренә юлланды. Саҡ барып етте унда: машина рулен ипкә килтерә алмай ыҙаланы, күҙенән туҡтауһыҙ йәш аҡты, шомло уйҙар бер-бер артлы мейеһен “бырауланы”...

“Өнөммө, төшөммө был? Ниңә тап минең тормошомда шундай хәлдәр булды? – тип бөтөрөндө Роза. – Ни өсөн? Ниңә былай килеп сыҡты әле?” Ошондайыраҡ һорау­ҙар ҡатындың башын туҡтауһыҙ игәне лә игәне. Әллә күпме аңҡы-тиңке килеп йөрөнө ул, йөрәген биләп алған өшөткөс уйҙарҙы башҡаларға әйтергә ашыҡманы. Бер аҙ тынысланғас, шомло уйҙарҙан ҡотолор, башын эш менән баҫыр өсөн мәрхүм атаһының яратҡан һөнәре – умартасылыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар итте. Фирмаларын иһә ҡыҙҙарына яҙҙырҙы. Бының өсөн балаһын оҙаҡ ҡына өгөтләргә тура килде, сөнки уныһы ризалашмай маташты. Аңлашыла, егерме йылдан ашыу көнө-төнө тигәндәй эшләп, намыҫлы хеҙмәте менән күтәргән фирмаһын бер ҙә иренең йәш һөйәркәһенә ҡалдырғыһы килмәне ҡатындың. Аҙаҡ Роза хат аша иренә айырылышыу тураһында ғариза яҙыуы хаҡында белдерҙе...

Ҡатын ҡалаға кире ҡайтырға те­ләмәне, бер ҙә аяғы тартманы ун­да. “Умартасылыҡ менән шөғөллән­һәң ине. Олатайың да ҡорт тотто, аҙаҡ уны миңә мираҫ итеп ҡалдыр­ҙы. Ә мин ошо умартасылыҡ ерен һиңә инселәйем. Ҡасан да бер тотонорһоң әле, моғайын, был эшкә. Тик бына бал ҡорттары уңғандарҙы ярата, үҙҙәренә даими иғтибар талап итә – шуны онотма, ҡыҙым”, – атаһының әйткән һүҙҙәре иҫенә төштө.

Бал ҡорттары менән башта “дуҫлашыуы” еңел булманы Розаға, әммә бирешмәне, эште ныҡлап яйға һалырға булды. Баҡтиһәң, быны күршеһе Ринат та күҙәтеп йөрөгән икән. “Шунан күстәр менән эш барамы?” – тип өндәште ул бер көн. Үҙ уй-хәстәренә күмелгән Роза башын күтәрҙе. Ә унда сәсенә сал төшкән, оҙон буйлы ир йылмайып ҡарап тора ине. “Күпме тырышһам да, эшем килеп сыҡмаҫ кеүек тойола, – тип яуапланы ҡатын. – Ә һеҙ кем һуң?” “Күршегеҙ мин. Исемем – Ринат. Ғүмер буйы умартасылыҡ менән шөғөлләнәм. Теләһәгеҙ, һеҙҙе лә серҙәренә өйрәтәм”, – тине. “Ярай” тигән мәғәнәлә баш ҡаҡты ла ҡатын, үҙ проблемаларынан тыш, эргә-тирәләге бер нимәне лә күрмәүенә аптырап ҡуйҙы.

Шулай итеп, Ринат күршеһе Розаға умартасылыҡ буйынса ярҙам итә башланы. Икәүләшеп балыҡҡа ла йөрөйҙәр. Уртаға һалып һөйләшер темаларҙың күплеге, яратҡан шөғөлдәрҙең дә барлығы асыҡланды. “Беләһе­геҙме, хатта ҡап-ҡара булып төн килһә лә, унан һуң ҡояшлы таң ата”, – ти хәҙер Роза.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас в