Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2023, 14:45

Ҡара диңгеҙгә ике ҡатлы поезд юлға сыға

Ул Өфө - Имеретин курорты маршруты буйынса йөрөйәсәк. 

Ҡара диңгеҙгә ике ҡатлы поезд юлға сыға
Ҡара диңгеҙгә ике ҡатлы поезд юлға сыға

Бөгөн Өфөнөң тимер юл вокзалында Өфө - Имеретин курорты маршруты буйынса йөрөйәсәк №357/358-се яңы ике ҡатлы поезд менән таныштырҙылар.

Сарала Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев, “ФПК” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Пястолов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ҡатнашты.

– Быйыл Мәскәүҙән Адлерға тәүге ике ҡатлы поезды оҙатыуға 10 йыл тулыуҙы билдәләйәсәкбеҙ. Был ваҡиға беҙҙең компания өсөн бик мөһим үҫеш этабы булды. Бөгөн беҙ инновацион күсмә состав хәрәкәте полигонын киңәйтеүҙе дауам итәбеҙ. Иртәгәнән ике ҡатлы поездар ҙур һорау менән файҙаланған 20 йүнәлешкә йөрөй башлай. Был пассажирҙар өсөн яңы уңайлыҡ кимәлен тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк, – тине Владимир Пястолов.

– Куйбышев тимер юлы полигонында Һамар, Тольятти, Ульяновск һәм Пензанан Мәскәүгә ике ҡатлы поездар йөрөй. Башҡортостан өсөн был - ошондай типтағы беренсе поезд, һәм ул, пассажирҙарҙы Краснодар крайы курорттарына алып барыу ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, республика халҡында популярлыҡ менән файҙаланыр тип ышанам, – тине Вячеслав Дмитриев.

Ике ҡатлы вагондар хәүефһеҙлекте һәм элемтәне контролдә тотоу, микромөхитте тәьмин итеү системалары һәм экологик яҡтан таҙа бәҙрәф комплекстары менән йыһазландырылған. Һәр купела мобиль ҡоролмаларҙы зарядлау өсөн розеткалар ҡаралған. Купеға инеү шәхси магнит асҡысы-карталар ярҙамында бойомға ашырыла. Вагондарҙың береһендә инвалид коляскаһы өсөн күтәрмәле ҡоролма, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙар өсөн махсус йыһазландырылған майҙаны арттырылған купе бар. Поезда вагон-ресторан да эшләй.

Пассажирҙар менән тәүге рейсҡа состав 27 майҙа сыға һәм айырым даталар буйынса йөрөй. Ул Өфөнән – иртәнге сәғәт 7 сәғәт 18 минутта, Һамарҙан – көндөҙгө 16.35 минутта, Имеретин курорты станцияһынан киске 18.51 минутта ҡуҙғала. Юлда Абдулла, Һамар, Сызрань, Сенной, Һарытау, Волгоград, Краснодар, Туапсе, Сочи һәм Адлерҙа туҡталыштар ҡаралған. Поездың аныҡ теҙмәһе менән компанияның рәсми сайтында һәм “Рәсәй тимер юлдары - пассажирҙарға” мобиль ҡушымтаһында танышырға мөмкин.

Рәсәйҙең көньяғына сәфәрҙәр пассажирҙар араһында һәр ваҡыт ҙур ихтыяж менән файҙаланды. Яңы ике ҡатлы поезды эшкә ҡушыу төбәк-ара транспорт бәйләнештәрен яҡшыртырға, Рәсәй халҡын хеҙмәтләндереү сифатын арттырырға мөмкинлек бирәсәк, шулай уҡ Рәсәйҙәге эске туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

 

Ҡара диңгеҙгә ике ҡатлы поезд юлға сыға
Ҡара диңгеҙгә ике ҡатлы поезд юлға сыға
Ҡара диңгеҙгә ике ҡатлы поезд юлға сыға
Ҡара диңгеҙгә ике ҡатлы поезд юлға сыға
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: