Башҡортостан
+29 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май , 14:30

"Беҙ берләштек!"

“Башҡортостан рустары соборына” - 25 йыл.

"Беҙ берләштек!"
"Беҙ берләштек!"

Бөгөн Башҡоростанда бик күп саралар үтә. Шуларҙың береһе – “Башҡортостан рустары соборына” 25 йыл. Ошо айҡанлы Өфөләге Конгресс-холда бихисап саралар үтә.

Иртә менән конференция эш башланы. Программала – пленар ултырыш, “Рустар соборы” активистарын бүләкләү, “Мин рус!” йәштәр флешмобы, Александр Сергеевич Пушкин бюсына сәскә һалыу.

“Торатау” конгресс-холы фойеһында тематик күргәҙмәләр ойошторолдо. Конференция делегаттары Совет майҙанында “Китап-байрам” халыҡ-ара китап йәрминкәһен асыу тантанаһында ла ҡатнаша.

Конференцияның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул күргәҙмәне ҡарап сыҡҡас, ҡунаҡтарҙы һәм делегаттары сәләмләне.

– 25 йыл элек ойошторолған Башҡортостан рустары соборы бөтә республика менән бергә үҫеште, уның кисергән ауырлыҡтарын, шатлыҡтарын кисерҙе. Башҡортостан – күп милләтле һәм күп конфессиялы йәмғиәт һәм Рустар соборы унда айырым урын биләй. Был аҡыллы, ижади эшләүсе ойошма йәмғиәтебеҙҙе берләштерә. Бөгөн илебеҙ һәм республикабыҙ ҡатмарлы осор кисерә һәм был көндәрҙә төрлө милләтле күп кенә ойошмалар айырыуса берләште. Милләт-ара берҙәмлегебеҙ дошмандарыбыҙ яғынан көнләшеү һәм һөжүм итеү сәбәбе булып тора, – тине Радий Хәбиров.

Ул Рустар соборы ағзаларына йәмәғәт ойошмаһының республикала берҙәмлекте һәм милләт-ара татыулыҡты тәьмин итеүгә үҙ өлөшөн индереүе өсөн рәхмәт белдерҙе. 

– Әле коллектив Көнбайыштың тырышлығы менән рус мәҙәниәте, тарихы, теле ҙур баҫым кисерә, уны юҡ итергә тырышалар. Бөтә рустар ҙа улар өсөн ҡыҙыл сепрәк кеүек, беҙгә нәфрәт менән ҡарайҙар, сөнки беҙҙең өҫтөнлөктө аңлайҙар. Бындай шарттарҙа Рустар соборы яңғыҙ ҡалманы, уның һәм рус халҡы тирәләй башҡа милләт вәкилдәре йыйылды, улар берләште, – тине республика Башлығы.

Радий Хәбиров соборҙың әүҙем ағзаларына юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

"Беҙ берләштек!"
"Беҙ берләштек!"
"Беҙ берләштек!"
"Беҙ берләштек!"
"Беҙ берләштек!"
"Беҙ берләштек!"
"Беҙ берләштек!"
"Беҙ берләштек!"
"Беҙ берләштек!"
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в