Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май , 13:30

Өфө – китап яратыусы ҡала

Китап байрамын балалар кеҫә телефонынан айырылһын, китап менән дуҫ булһын өсөн үткәрәбеҙ.

Өфө – китап яратыусы ҡала
Өфө – китап яратыусы ҡала

Өфө ҡалаһының Совет майҙанында тантаналы шарттарҙа Китап байрамы асылды. "Китап-байрам" халыҡ-ара йәрминкәһе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ойошторолдо.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡтың күплеген күреп шатлығын йәшермәне. Радий Фәрит улы киләсәктә йыл да май айының һуңғы аҙнаһында баш ҡалабыҙҙа китап байрамын үткәреү йолаға инәсәк, тине.

– Һәр саҡ юғары маҡсаттар ҡуйып, уға өлгәшергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Китап яҡшылыҡҡа алып бара. Китап – аҡыллы кәңәшсе лә. Китап байрамын балалар кеҫә телефонынан айырылһын, китап менән дуҫ булһын өсөн үткәрәбеҙ.

Сарала шулай уҡ Рәсәй Президенты ярҙамсыһы, Рәсәй тарих белеме буйынса ведомство-ара комиссияһы рәйесе Владимир Мединский һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты, Беларусь Республикаһынан да вәкилдәр сәләмдәрен еткерҙе.  

Сарала Ҡөрьән Усман китабының күсермәһен республикабыҙҙың Милли музейына тапшырыу сағыу ваҡиға булды.

Радий Хәбиров кеҫәһенән бәләкәй генә китап сығарып, былай тине:

– Илебеҙгә дан йырлаған "Маленькая книга" тигән китапты һәр саҡ кеҫәмдә йөрөтәм. Ул һаҡлау көсөнә эйә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ла бүләк итәсәкмен уны.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в