Башҡортостан
+23 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май , 15:25

“Иң шәп ауыл биләмәһе” конкурсында кемдәр еңер?

"Башҡортостан" гәзите иғлан иткән конкурсҡа бөгөн йомғаҡ яһала. Әлегә белореттар, асҡындар, бөрйәндәр алда бара, уларҙан кемдәр бер аҙ ҡалыша?..

“Иң шәп ауыл биләмәһе” конкурсында кемдәр еңер?
“Иң шәп ауыл биләмәһе” конкурсында кемдәр еңер?

Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн, 26 майҙа, киске 21.00 сәғәттә “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә иғлан ителгән “ИҢ ШӘП АУЫЛ БИЛӘМӘҺЕ” конкурсына йомғаҡ яһайбыҙ.

Әлеге сәғәткә I урында – Белорет районының Инйәр ауыл биләмәһе, II урында – Асҡын районының Ҡашҡа ауылы, III урында – Бөрйән районының Байназар ауылы бара. Әбйәлилдең Ташбулат, Бәләбәйҙең Шаровка, Учалының Яңы Байрамғол ауылдары уларҙан бер аҙ ғына ҡалыша.

Ауыл биләмәһе өсөн тауыш бирергә теләүселәр ошо яҙма аҫтындағы һылтанма буйынса тауыш бирә ала:

https://vk.com/gazetabashkortostan?w=wall-104965500_228969

Иң күп тауыш йыйған ауыл халҡы өсөн шәп бүләк әҙерләнек – “Башҡортостан” гәзите редакцияһынан әҙәби-музыкаль осрашыу! Сарала билдәле сәхнә йондоҙҙарының ҡатнашыуы көтөлә.

Бынан тыш, тәүге 10 урында билдәләнгән ауыл биләмәләренә барып, ҙур мәҡәлә әҙерләйбеҙ, хакимиәт башлыҡтарына “Башҡортостан” гәзитенең дипломын тапшырабыҙ.

Шулай итеп, бөгөн киске 21.00 сәғәткә тиклем тауыш биреп өлгөрә алаһығыҙ. Ашығығыҙ!

Бергә булдыҡ! Бергә ҡалайыҡ!

Фото: vk.com/abdulmambet 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в