Башҡортостан
+30 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май , 22:15

Кемдәр беҙҙең еңеүселәр?

Республиканың “Иң шәп ауыл биләмәһе” конкурсы еңеүселәрен асыҡланыҡ. Шулай итеп, улар менән таныштырабыҙ! 

Кемдәр беҙҙең еңеүселәр?
Кемдәр беҙҙең еңеүселәр?

“Башҡортостан” гәзите “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә республиканың “ИҢ ШӘП АУЫЛ БИЛӘМӘҺЕ” тип аталған конкурс иғлан иткәйне. Бөгөн, 26 майҙа, 21.00 сәғәттә, конкурс положениеһына ярашлы еңеүселәрҙе билдәләнек.

Шулай итеп, I урында – Белорет районының Инйәр ауыл биләмәһе – 806 тауыш;

II урында – Асҡын районының Ҡашҡа ауыл биләмәһе – 626 тауыш;

III урында – Бөрйән районының Байназар ауыл биләмәһе – 484 тауыш.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Уларға киләсәктә лә берҙәм, әүҙем булып йәшәүҙәрен теләйбеҙ. 

Еңеүсе ауылға тип әҙерләгән бүләк-сюрприз - билдәле башҡорт артистары һәм “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығындағы әҙәби-музыкаль осрашыу Инйәр ауылында үтәсәк. Шулай уҡ тәүге 10 урында (призлы өс һәм артабанғы ете урында) билдәләнгән ауыл биләмәләренә барып, улар тураһында ҙур мәҡәлә әҙерләйбеҙ, хакимиәт башлыҡтарына “Башҡортостан” гәзитенең дипломын тапшырабыҙ. Улар - Әбйәлил районының Ташбулат (424), Бәләбәй районының Шаровка (356), Стәрлебаш районының Ямғырсы (336), Белорет районының Тирлән (318), Учалы районының Яңы Байрамғол (306), Әлшәй районының Себенле (294) һәм Учалы районының Ахун (289) ауыл биләмәләре. 

Бөтә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт! Бергә булдыҡ! Бергә ҡалайыҡ!

Конкурс һөҙөмтәләре менән ошонда инеп таныша алаһығыҙ: https://vk.com/gazetabashkortostan?w=wall-104965500_228969

Фото: sun6-21.userapi.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в