Башҡортостан
+23 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май , 15:15

Владимир Мединский сығыш яһаны

"Китап-байрам" халыҡ-ара йәрминкәһендә бихисап саралар ойошторола.

Владимир Мединский сығыш яһаны
Владимир Мединский сығыш яһаны

Өфөләге Китап байрамында Рәсәй Президенты ярҙамсыһы, Рәсәй тарих белеме буйынса ведомство-ара комиссияһы рәйесе Владимир Мединскийҙың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.

"Китап-байрам" халыҡ-ара йәрминкәһендә бихисап саралар ойошторола. Мәҫәлән, профессор, Рәсәй хәрби-тарих йәмғиәте рәйесе Владимир Мединский республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында юғары уҡыу йорттары ғалимдары, мәктәптәрҙең тарих уҡытыусылары һәм белем усаҡтарының тарих факультеты студенттары менән осрашты.

– Миңә һеҙҙе тыңлауы ҡыҙыҡ буласаҡ, тартынмайынса һөйләгеҙ, һәр береһенә яуап бирәсәкмен, һәр фекерегеҙҙе теркәп ҡуясаҡмын, – тине Владимир Ростиславович. – Мәктәптә тарих дәресен үҙенсәлекле итеп уҙғарыу өсөн ниндәй алымдар ҡулланырға кәрәклеге тураһында әңгәмәләшәйек. Ысынында, нимәне үҙгәртеү мөһим? Ә юғары уҡыу йорттарында нимәгә баҫым яһау зарур?..

Владимир Мединский әйтеүенсә, ошондай осрашыуҙар һәр йәһәттән дә отошло.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Владимир Мединский сығыш яһаны
Владимир Мединский сығыш яһаны
Владимир Мединский сығыш яһаны
Владимир Мединский сығыш яһаны
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в