Йәмғиәт
27 Май 2023, 10:00

Дағстан сәсәне Башҡортостан менән һоҡлана

Шемшир Магамедов: “Ысын алғыш 200 йылға бер тыуа”

Дағстан сәсәне Башҡортостан менән һоҡланаДағстан сәсәне Башҡортостан менән һоҡлана
Дағстан сәсәне Башҡортостан менән һоҡлана

Бөгөн Китап-байрамы сиктәрендә М. Акмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты янында асыҡ сәхнәлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә ҡатнашасаҡ ҡобайырсыларҙың концерты үтте.

Фестиваль иртәгә башлана. Уларың көнө бик тығыҙ үтте: түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаштылар, бер-береһе менән яҡшыраҡ таныштылар, әйтештәр ойошторҙолар. Шуға ҡарамаҫтан, сәсәндәр бөгөн баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын сығыштары менән ҡыуандырырға булды. Фестивалгә бөтәһе Малайзия, Алтай, Саха Республикаһы (Яҡутстан), Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Ҡарағалпаҡстан Республикаһы, Свердловск өлкәһенән 20-нән ашыу кеше килгән.

Хәбәрсебеҙ Дағстан Республикаһы ҡатнашыусыһы, Дағстандың атҡаҙанған артисы Шемшир Магамедов менән һөйләшеп өлгөрҙө.

— Сәйәхәткә улымды үҙем менән алып киттем. Беҙ тәүге тапҡыр Башҡортостанда. Һеҙ ҙә беҙгә оҡшаған бик илһөйәр, телһөйәр халыҡ. Сәсәндәрҙе беҙҙә алғыш тип атайҙар. Атайым алғыш ине. Беҙҙә был һәләт нәҫелдән килә. Донъяға изгелек килтерәбеҙ, тарихи башланғысты оноттормайбыҙ, дуҫлыҡҡа һәм тыныслыҡҡа саҡырабыҙ. Ысын алғыш 200 — 300 йылға бер тапҡыр тыуа, — тине Шемшир Мадомедов.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас