Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2023, 15:13

“Өфө һөйләй!” Шул тауышҡа иртән күҙҙәрҙе аса инек

Бөгөн Өфөнөң С. Перовская урамындағы күп ҡатлы йортта Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле диктор һәм алып барыусы Әхәт МОРТАЗИН иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы булды.

“Өфө һөйләй!” Шул тауышҡа иртән күҙҙәрҙе аса инек
“Өфө һөйләй!” Шул тауышҡа иртән күҙҙәрҙе аса инек

Бөгөн Өфөнөң С. Перовская урамындағы күп ҡатлы йортта Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле диктор һәм алып барыусы Әхәт МОРТАЗИН иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы булды.

“Бөгөн – яҡты ла, бер аҙ моңһоу ҙа, уйландырғыс та, тулҡынландырғыс та көн. Әхәт ағай ҡыҫҡа ғүмер йәшәне, әммә барыбыҙға ла тауҙай байлыҡ ҡалдырып китте. Уның шәхесе, барлыҡ оло шәхестәргә хас булғанса, күп яҡлы ине. Был уның профессиональ эшмәкәрлегендә лә сағылды: ул диктор ҙа, алып барыусы ла, режиссер ҙа... Балалар өсөн әкиәттәр яҙһынмы, әҙәби әҫәрҙәр өсөн музыкаль композициялар эшләһенме, “Көлә-көлә “Һәнәк” килә” кеүек юмористик тапшырыуҙар алып барһынмы – бөтә нәмәне еренә еткереп, тамашасыны һәм радио тыңлаусыны уйландырырлыҡ итеп башҡарҙы. Коллективта ла ул күп яҡлы шәхес ине, спорт ярыштары, төрлө байрамдар унан башҡа үтмәне”, – тине “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы  акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәров.

Билдәле телевизион алып барыусы Наил Юнысов етәкселегендәге был сарала Бөтә Рәсәй телекомпанияһының Башҡортостан филиалы коллективынан Ришат Миндиәров сығыш яһаны, артабан Учалы районының Өфөләге яҡташтар ойошмаһы исеменән Вилдан Яруллин, республиканың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы вәкиле Александр Кузменько, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Балаларға ғаилә тәрбиәһе биреү үҙәге директоры Фәнисә Бәҙретдинова, Башҡортостанлың халыҡ артисы Наилә Ғәләүетдинова, телевидение ветераны Луиза Фәрхшатова, радио һәм телевидение ветераны Шәүрә Ғилманова, Башҡортостан телевидение һәм радио компанияһы директоры урынбаҫары Шамил Ишемйәров  Әхәт Мортазин тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Таҡтаташты тантаналы асыу хоҡуғы Әхәт Мотаһар улының ҡатыны күренекле журналист Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаеваға, улы Салауат менән ҡыҙы Гүзәлиәгә, бер туған ағаһы Нил Мортазиндарға бирелде. Шунан һуң таҡтаташ янында күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төштөләр.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.   

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: