Йәмғиәт
31 Май 2023, 04:00

Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!

Матур ҡыҙҙар һәм батыр улдар үҫтергән әсәләрҙең күкрәген "Әсәлек даны" миҙалы биҙәй

Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!
Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!

Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев күп бала тәрбиәләгән әсәләргә лайыҡлы награда тапшырҙы. Был хаҡта район башлығы үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.

"Бөгөн биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән алты күп балалы әсәгә «Әсәлек даны» миҙалдарын тапшырҙыҡ.

Әсәйҙәребеҙгә күрһәткән һөйөүҙәре һәм аңлауҙары өсөн уларҙың барыһына ла сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм.

Үҙе өсөн еңел булмаған, ысынында күп балалы әсәнең юлын һайлаған ҡатын-ҡыҙҙарға йәмғиәтебеҙҙә оло ихтирам менән ҡарайҙар, ә дәүләт уларға һәр саҡ өҫтөнлөклө тәртиптә ярҙам итә", - ти яҙған Фәнис Әминев.

Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!
Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!
Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!
Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас