Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2023, 23:20

Был хаттарҙы илле йылдан һуң ғына уҡыясаҡтар...

Ағай-апайҙар, әйтерһең дә, ошо хаттар аша киләсәккә үҙҙәренең сәләмен тапшырҙы! 

Был хаттарҙы илле йылдан һуң ғына уҡыясаҡтар...
Был хаттарҙы илле йылдан һуң ғына уҡыясаҡтар...

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Юрий Гагарин исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында киләсәккә төбәк 1200 хатты махсус капсулаға һалып, ер аҫтына һаҡларға ҡуйҙылар. Хаттарҙы мәктәп уҡыусылары, ижади шәхестәр һәм урындағы “Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы яҙған.

Сарала ҡатнашыусы рәсми ҡунаҡтар араһында хәрби летчик, СССР Хәрби көстәр ветераны, полковник, “Байконур” космодромы ветераны Вячеслав Васильев та бар ине. Вячеслав Николаевич ошо капсуланы оҙатырға килгән кескәй генә балаларға мөрәжәғәт итеп, хаттарҙы асыу мәлен лайыҡлы ҡаршылауҙарын теләне.

Үҙенсәлекле сараға йәш быуындың күпләп килеүе, өлкәндәр менән йәштәрҙең аралышыуы айырыуса мәғәнәле яңғыраны, сөнки был осрашыуҙа ағай-апайҙар, әйтерһең дә, ошо хаттар аша, егеттәр-ҡыҙҙарға әйткән һүҙҙәре аша киләсәккә үҙҙәренең сәләмен тапшырҙы!

Был хаттарҙы илле йылдан һуң ғына уҡыясаҡтар...
Был хаттарҙы илле йылдан һуң ғына уҡыясаҡтар...
Был хаттарҙы илле йылдан һуң ғына уҡыясаҡтар...
Был хаттарҙы илле йылдан һуң ғына уҡыясаҡтар...
Был хаттарҙы илле йылдан һуң ғына уҡыясаҡтар...
Был хаттарҙы илле йылдан һуң ғына уҡыясаҡтар...
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас в