Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2023, 21:00

Бында һәр сабый өсөн йәне теләгән шөғөл һәм һый бар ине

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә “Арт-КВАДРАТ” биләмәһе байрам тауышынан гөрләп торҙо.

"Өфө - бала саҡтың баш ҡалаһы" сараһында балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, аквагрим, төрлө уйын, ижади һәм спорт майҙансыҡтары эшләне.

Байрам барышында балалар нимә генә эшләргә өйрәнмәнеләр: джинсы туҡымаһынан беләҙек-броштар ҙа, шпагат һәм ҡәһүә орлоҡтарынан дағалар ҙа, ағастан юнып һындар, эко-моҡсайҙар, шоперҙар, мехенди, төрлө төҫтәге тауарҙарҙан күбәләктәр ҙә... Бер майҙанда мини- футбол һәм баскетбол буйынса бәйгеләр уҙһа, икенселәрендә викториналар һәм коплеерҙар менән фото биләмәләре эшләй ине.

Шулай уҡ байрамда “Йәш рәссам”, “Йәш спортсы”, “Йәш тыуған яҡты өйрәнеүсе” бәйгеләре уҙҙы. Уларҙы ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт, физик культура һәм спорт, мәғариф идаралыҡтары ойошторҙо.

Бәйгеләрҙең призерҙары һәм еңеүселәре Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.

Балаларҙы ҡотларға Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Өфө ҡалаһы башлығы Ратмир Мәүлиев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты  Гөлнур Ҡолһарина, “Һеҙҙең балағыҙ була” телепрограммаһы рубрикаһын алып барыусы  Елена Кизякова килгәйне.

Ҡотлауҙарға Өфө ҡалаһы мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығының балалар музыка мәктәптәренең ансамблдәре, Өфө балалар филармонияһы, Комаров исемендәге балалар ижад һарайы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының һәм ҡаланың Ленин районы ойошмаларының һәләтле балалары ла ҡушылды.

Килгән ҡунаҡтар, был яҡты, ҡояшлы, ихлас байрам менән ҡотлап, шулай уҡ ата-әсәләргә, уҡытыусыларға һәм остаздарға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Был юҫыҡтан, төрлө олимпиадаларҙа еңгән уҡыусылар ҙа, уҡытыусы-остаздар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы, балаларға - иҫтәлекле бүләктәр, уҡытыусыларына “Рәхмәт хаты” тапшырылды.

Сараны Өфө ҡалаһының ҡала округы хакимиәте, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты Арт-КВАДРАТ етәкселеге менән берлектә уҙғарҙы. Бында һәр сабый өсөн йәне теләгән шөғөл һәм һый бар ине. Киләсәктә лә балаларыбыҙ һәр саҡ шат, бәхетле һәм сәләмәт булһын!

Фотолар:Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте матбуғат хеҙмәте.

Бында һәр сабый өсөн йәне теләгән шөғөл һәм һый бар ине
Бында һәр сабый өсөн йәне теләгән шөғөл һәм һый бар ине
Бында һәр сабый өсөн йәне теләгән шөғөл һәм һый бар ине
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас в