

Балаларҙы яҡлау көнөнө ҡарата Баймаҡ ҡалаһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында һабантуй ойошторолған.
"Байрам бик ҡыҙыҡлы, күңелле булды, уның аҙағында балалар асфальтта төҫлө аҡбурҙар менән йәйге вернисаж төшөрҙө.
Йәй башланып ҡына тора һәм алда тағы ла бик күп ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар көтә", - тип яҙған был хаҡта Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.
Сара райондың инвалидтар ойошмаһы тарафынан юғары кимәлдә ойошторолған.
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән