Йәмғиәт
1 Июнь 2023, 13:00

Көйөргәҙе ҡыҙы яугирҙәргә картуф сәскән

Настя геүләтеп трактор йөрөтә, ә ҡулының тырнаҡтарында – күҙҙең яуын алырлыҡ маникюр. 

Көйөргәҙе ҡыҙы яугирҙәргә картуф сәскәнКөйөргәҙе ҡыҙы яугирҙәргә картуф сәскән
Көйөргәҙе ҡыҙы яугирҙәргә картуф сәскән

Көйөргәҙе районынан Анастасия Константинованы ауылдаштары тәүәккәл, ҡыйыу, эшһөйәр ҡыҙ тип белә. Уға 26 йәш, педагог һөнәренә эйә, әммә Настя фермер атаһына ярҙам итеүҙән, иртәнән ҡара кискә тиклем баҫыуҙа эшләүҙән йәм таба. Ҡыҙ тракторҙы бик оҫта йөрөтә, кәрәк икән, май алмаштырыу кеүек мәшәҡәттәрҙе, ваҡ-төйәк ремонт эштәрен үҙе башҡара.

Атаһы етәкләгән ҙур хужалыҡта эш етерлек. Ҡыҙының һәр йәһәттән ярҙамсы булыуына фермер, әлбиттә, шат.

- Бәләкәй сағынан тракторҙа ултырып йөрөргә яратты. Аҙыраҡ үҫә төшкәс, техниканың деталдәре менән ҡыҙыҡһына башланы, унан инде йөрөтөргә лә өйрәнеп алды, - ти Сергей Константинов.

Анастасияның трактор йөрөтөүенә, техниканы үҙ итеүенә әсәһе лә ҡаршы түгел. “Оҡшай икән, әйҙә, эшләһен! Атаһына ярҙам итеүенә мин ҡыуанам ғына”, – ти Людмила ханым.

Ошо көндәрҙә Анастасия ауылдаштары менән 25 сутый ергә картуф сәсеү эшен ойошторған. Был уңышты махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә ебәрергә ниәтләйҙәр. Быға тиклем дә улар хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам эштәрендә, посылка ебәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан.

Күп ваҡытын баҫыуҙа, техникала үткәрһә лә, һәр йәш ҡыҙ кеүек, Анастасия матурлыҡ тураһында ла онотмай: ҡул тырнаҡтарын һәр саҡ матур итеп тәрбиәләп, маникюр эшләтә.

“Эш тип үҙеңде ҡарауҙан баш тартырға ярамай. Баҫыуҙа эшләгәнемдә, техника менән булышҡанда ҡулдарымдың матурлығын һаҡлау өсөн һәр ваҡыт бирсәткә кейәм”, - ти уңған ҡыҙ.

Фото: видеояҙманан скриншот.

Сығанаҡ: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас