Ижадсы Балаларҙы яҡлау көнөнә үҙенсәлекле ҡотлау әҙерләгән. "Йәй килә" йырының авторы ла – Булат Пирғәлин. Ул шәхси сәхифәһендә түбәндәге һүҙҙәр ҡалдырған:
“Беҙҙең бәләкәстәребеҙ! Һеҙҙе Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һәр көнөгөҙ бәхетле булһын! Һәр көндө һәр йорт балалар йылмайыуына һәм шатлығына күмелһен! Барығыҙға ла бәхет, сәләмәтлек һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Былтыр беҙ балалар менән клип төшөрөп һалған инек, быйыл да шулай итергә булдыҡ. Маҡсат бер: балалар үҙҙәрен күреп ҡыуанһындар, ата-әсәләрен ҡыуандырһындар тип. Ҡулыбыҙҙан килгәнсә, ошо яҙма байрам бүләге итеп эшләнде.
Яҙмала мәҙәниәт йортона төрлө түңәрәктәргә йөрөгән балалар һәм уларҙың етәкселәре ҡатнашты”, - тип яҙа Булат ағай.
Беҙ ҙә уның изге теләктәренә ихлас ҡушылабыҙ.
Фото һәм видео Булат Пирғәлиндең шәхси сәхифәһенән.