Йәмғиәт
2 Июнь 2023, 16:20

Беҙҙекеләр алдынғылар иҫәбендә

Беҙҙең Күп функциялы үҙәктәр тәжрибәһен башҡалар ҙа өйрәнә ала. 

Беҙҙекеләр алдынғылар иҫәбендәБеҙҙекеләр алдынғылар иҫәбендә
Беҙҙекеләр алдынғылар иҫәбендә

“Сәнәғәт Рәсәйенең һанлы индустрияһы” форумында “Һанлы трансформация шарттарында күп функциялы үҙәктәр (МФЦ)” сессияһы сиктәрендә статс-секретарь – Рәсәй иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Алексей Херсонцев Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәрен билдәләне. Башҡортостан МФЦ-ларына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары ярҙам саралары һәм уларҙы рәсмиләштереү буйынса мөрәжәғәт иткән саҡта уларға комплекслы консультация өҫтөнлөклө тәртиптә бирелә. Быны МФЦ-ның яңы сервистарын булдырыу өлгөһө тип билдәләнеләр.

Айырым алғанда, ул махсус хәрби операция дәүләт структуралары алдында яңы бурыстар ҡуя, тине.

– Әлеге ваҡытта яңы территорияларҙан ашығыс рәүештә Рәсәйгә күсеп килергә мәжбүр булған граждандарға, махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам күрһәтеү мөһим бурыс булып тора. Күп кенә төбәктәр былтыр уҡ үҙ башланғыстары менән пилот проекттарҙы тормошҡа ашыра башлағайны, – тине ул. – Шулай Башҡортостан МФЦ-лары әүҙем рәүештә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙамды рәсмиләштереүҙә булышлыҡ итеү эшенә ҡушылды. Консультация өсөн МФЦ менән эш итеүҙең бөтә каналдары ла эшкә ҡушылған, унда 24/7 режимында мөрәжәғәт итергә була.

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса бик ҙур эш башҡарылды, 33-тән ашыу төбәк ярҙам сараһы булдырылды. Башҡортостан Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова билдәләүенсә, проекттың социаль әһәмиәте бик ҙур һәм илдең башҡа төбәктәрендә лә ҡабатлана ала.

Был рейтинг алдан әҙерләнгән. Мониторинг үткәреү барышында илдең 85 төбәгендәге 400 МФЦ офисы тикшерлгән, 3000 шылтыратыу башҡарылған, МФЦ-ларҙың 1100 сайты тикшерелгән. Юғары кимәл һөҙөмтәлелек төркөмөнә барлыҡ мотлаҡ һәм тәҡдим ителгән федераль хеҙмәттәр, шулай уҡ 50 проценттан ашыу төбәк һәм муниципаль хеҙмәттәр булған МФЦ-лар ингән.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас