

Мал тотоу отошло түгел, тигәнде әлеге заманда йыш ишетергә мөмкин, ләкин Алаҡай ауылынан Әлфирә менән Рафаэль Мырҙағоловтар “мал үрсетеүҙең файҙаһы ҙур” тигән фекерҙә. 2001 йылда Рафаэль ағайҙың тыуған нигеҙенә ҡайтып, төпләнеп йәшәп алып киткән ғаилә – бөгөн ауылдың күрке.
Үкенескә ҡаршы, беҙ барғанда ғаилә башлығы эштә ине, уның менән күрешә алманыҡ. Оло ҡыҙҙары Алина, күптән үҙаллы тормошон ҡороп, баш ҡалала йәшәй, кескәйҙәре Лиана әле VII класта белем ала.
– Икенсе ҡыҙым 45 йәшемдә донъяға килде. Бәләкәсебеҙ тыуғас, тормошобоҙоң йәме артты, дәртләнеп яңы йорт төҙөп индек, – тип һөйләне бәхетле әсә.
Ял итеп, иркенләп йәшәргә күнекмәгән ауыл кешеһе. “Аяғың тыпылдамаһа, ауыҙың шапылдамай” тип халыҡ белмәй әйтмәгән. Етеш йәшәйем тиһәң, тырышмайынса булмай. Мырҙағоловтар ҙа биш һыйыр аҫрай. Әлфирә апай хаҡлы ялда булғас, һөттө эшкәртеү бурысы уның иңендә ята.
– Биш һыйырҙы ҡарау еңел түгел. Иртәнге сәғәт 5-6-нан аяҡ өҫтөндәбеҙ, йоҡо эләкмәй. Көн етмәй ҙә ҡала. Һөт, ҡаймаҡ, эремсек һатыуға Салауат ҡалаһына аҙнаһына ике тапҡыр барам. Йәй көнө һөт һатыуҙың файҙаһы бик ҙур. Көс-дәрт барҙа мал ҡарарға тырышабыҙ. Бесән әҙерләгәндә мин ҡырға йөрөгәнем юҡ. Барыһын да иптәшем үҙе эшләй. Бының өсөн сапҡыс, йыйғыс кеүек ҡорамалдарҙың барыһы ла бар, шуға күрә эш ауырлыҡ тыуҙырмай. Ташыған саҡта ғына ярҙамсыларға мөрәжәғәт итәбеҙ, – тип һөйләне Әлфирә Мырҙағолова. – Мал ҡарау отошло түгел, тип әйтеүселәр бар. Ни өсөн улай булһын? Эшләһәң, ялҡауланмаһаң, файҙаһы ҙур, әлбиттә. Йәштәр мал тотоп бармай. Уларға кәңәшем – ҡош-ҡорт, мал аҫраһындар. Ауылда ла хәҙер бына тигән йәшәп була. Барлыҡ уңайлыҡтар бар. Эҫе һыуы ла ҡалалағы һымаҡ ағып тора.
Әңгәмәсем буш ваҡыт эләккәндә, ауыл клубына барып, “Гөрләүек” вокаль ансамблендә йырларға ла форсат таба.
Мырҙағоловтар, егәрле ғаилә булараҡ, матур өлгө күрһәтеп донъя көтә.
Резеда Шәңгәрәева