

“Балаларға ғүмер биреү һәм уларҙы ысын кешеләр итеп тәрбиәләү еңелдән түгел, әммә изге эш. Күп балалы ғаиләләр икеләтә маҡтауға лайыҡ.
Райондың биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән тағы өс әсәһе “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды. Алһыу Әбделмәнова, Миңзифа Таһирова Рәмилә Әбсәләмова – ғаилә усағын һаҡлаусылар, улар өй эштәрен алып барыуҙан тыш, эшләргә лә өлгөрә. Улар барыһы ла, ныҡлы, дуҫ ғаилә, мөхәббәт, балаларҙың шат көлөүе, уңайлы йорт – тормоштоң төп ҡиммәттәре, тип һанай. Тағы ла бер тапҡыр ғаиләләрҙе лайыҡлы наградалары менән ихлас ҡотлайым”, – тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Сығанаҡ: vk.com/id516529973