Йәмғиәт
5 Июнь 2023, 18:20

Беҙҙекеләр алдынғылар иҫәбендә

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәре юғары кимәлдә һөҙөмтәле тип табылған. 

Беҙҙекеләр алдынғылар иҫәбендәБеҙҙекеләр алдынғылар иҫәбендә
Беҙҙекеләр алдынғылар иҫәбендә

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктәр эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеге рейтингын тәҡдим итте. Бындай юғары, уртаса һәм түбән кимәлдәргә бүленгән рейтинг тәүге тапҡыр баҫыла. Башҡортостан унда юғары кимәл һөҙөмтәле төбәктәр исемлегенә ингән.

Мониторинг барышында илдең 85 субъектындағы 400 КФҮ тикшерелгән. Үҙәктәрҙе төп дүрт йүнәлеш буйынса баһалағандар – ғариза биреүсегә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе алыу еңеллеге, сифат, клиентҡа иғтибар кимәле, шулай уҡ һанлы технологиялар индереү һәм новатор идеялары ҡулланыу, хеҙмәтләндереүҙең яңы йүнәлештәрен индереү. Шулай уҡ берҙәм фирма стиле талаптарына яуап биреү, һанлы трансформация, даими рәүештә хеҙмәттәрҙе киңәйтеү, дистанциялы формаларҙы үҫтереү һәм башҡаларға иғтибар иткәндәр.

– Бындай юғары һөҙөмтәгә бөтә команданың берҙәм эшләүе арҡаһында өлгәшә алдыҡ. Башҡортостан Күп функциялы үҙәктәренең федераль проекттарҙа ҡатнашыуы һәм үҙенең башланғыстарын тормошҡа ашырыуы, хеҙмәттәрҙе арттырыуы һәм халыҡ өсөн ябайлаштырыуы төбәк етәкселеге тарафынан хуплана. Улар өсөн граждандарҙың тормош сифатын күтәреү өҫтөнлөклө бурыс булып ҡала, – тине Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21085/

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас