Йәмғиәт
6 Июня 2023, 05:53

Фәрештәһе һаҡлап йөрөтһөн!

"Ангел" илебеҙҙең тыныслығын һаҡлай.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Зилиә – Учалы ҡалаһының "Хужабикә" магазинында һатыусы. Эшкә ваҡытында килә, бер ҡасан да һуңлағаны юҡ, иртә лә ҡайтып китмәй, бинаның, эргә-тирәһен дә һәр саҡ тәртиптә тота. Уңған ханымды магазин директоры ла  маҡтап телгә алды. Уның өйө лә таҙалыҡтан ялтырай, үҙе балаларым тип өҙөлөп тора. 11 йәшлек Эрик менән быйыл I класҡа уҡырға барасаҡ Эдгарҙың өҫ-башы ҡаралған, тамаҡтары туҡ. Ире махсус хәрби операцияла булыуға ҡарамаҫтан, Зилиә бер ҡасан да зарланмай. Ҡыҫҡаһы, үҙенең һөнәрен ярата һәм эшен белә.

Ил һаҡсыһының әсәһе  70 йәшлек Нәжибә Латипова улы менән ныҡ ғорурлана. Тормош иптәше Юлай Исмәғил улы менән ике балаға ғүмер биргәндәр. Гөлнара Краснодар крайында йәшәй, бүтәндәрҙе көнләштереп бынамын тигән донъя көтә, балаларын аяҡҡа баҫтырыуға бар көсөн һала.

– Балаларымдан уңдым, ҡыҙым да, ил тыныслығы һағында торған улым да мәктәптә яҡшы уҡыны, күңелдәренә оҡшаған һөнәргә эйә булды, бер һүҙ менән әйткәндә, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр, – тип һөйләй Иҫке Балбыҡ ауылында ғүмер иткән Нәжибә Ғимаҙислам ҡыҙы. – Тимәк, икеһе лә беҙҙән алыҫта булһа ла, күңелебеҙ тыныс, көйәләнергә һис тә урын юҡ.

Латиповтарҙың улдары былтыр көҙ махсус хәрби операцияға алынған. Ә уға хәтлем Ҡырым Республикаһында ҙур төҙөлөштәрҙең береһендә тир түккән, илебеҙ өсөн мөһим бина ҡалҡытҡан. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ һәр ваҡыт мөһим эштәрҙең дә, сараларҙың да уртаһында ҡайнаған. Әрме хеҙмәтендә булып, Ватан алдындағы бурысын үтәгән. Ульяновск өлкәһендә йәш һалдаттар курсын үткән, унан Мәскәү ҡалаһына оҙатҡандар. Ул армияла саҡта Кавказда төрлө аңлашылмаусан­лыҡтар арҡаһында халыҡтар араһында низағ тыуған. Абхазиялағы ҡыҙыу нөктәлә ҡатнашҡан, ошо республикала тыныс тормош урынлаштырыуға күп көсөн һалған. Ирмен тигән ир нәҡ киҫкен ваҡиғаларҙан ситләшергә тейеш түгелдер. Зилиә, Эрик менән Эдгар, әлбиттә, Нәжибә апай менән Юлай ағай ғәзиздәренең ялға ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Һөйөнөслө хәбәр бар – "Ангел" позывнойлы һалдат ошо көндәрҙә отпускыға ҡайтырға тейеш. 

– Батырлыҡ – яуҙа, мәргәнлек ауҙа беленер, тиҙәр, – тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем. – Ватаныбыҙға хәүеф янағанда, илебеҙҙең яҙмышы ҡыл өҫтөндә ҡалғанда, улым яуға китте. Ғәзиз кешем өсөн ныҡ ғорурланам, арыҫлан йөрәкле һалдаттарыбыҙҙың еңеү яуларына тулыһынса ышанам.

"Ангел"дың яҡындарын – ғаиләһен дә, ата-әсәһен дә дәүләт ярҙамдан өҙмәй, Хөкүмәтебеҙ уларҙы фәрештәләй ҡурсалай. Мәҫәлән, Эрикка мәктәптә тулыһынса бушлай ашатыу ойошторолған. Балалар баҡсаһына йөрөгән Эдгар өсөн дә Зилиә ханым түләмәй. Бынан тыш, садиктағы улы түңәрәктәрҙә лә бушлай шөғөлләнә. Йәш ҡатындың Учалы районы хакимиәтенә рәхмәте сикһеҙ.

– Нимә һораһағыҙ ҙа килтерәбеҙ, шылтыратығыҙ, тартынмағыҙ, тип, Туңғатар ауылы хакимиәте башлығы Алмас Ғиззәтуллин һәр саҡ хәлебеҙҙе белешеп тора, – тип шатлығын уртаҡлаша Нәжибә Латипова. – Күп итеп утын килтереп ауҙарҙылар, ул әллә күпме ваҡытҡа етәсәк. Ауылдағы социаль хеҙмәткәр йорт тирәһендә ярҙамлаша. Беҙгә бер ярҙам да, бер нимә лә кәрәкмәй, тиеүебеҙгә ҡарамаҫтан, гел генә улар яныбыҙҙа. Бер һүҙ менән әйткәндә, Алмас Хәмзә улынан уңдыҡ.

... Балаһын етәкләп сибәр ханым өйөнә ҡайтып килә. Уның икенсе ҡулында ҙур ғына сумка. Был икәүҙең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Бына уларҙың ҡаршыһына буйсан бер малай йүгереп килә. Ул әсәһенең ҡулынан сумкаһын алды, ҡосаҡлаш­тылар, ә бәләкәс менән ҡул биреп күреште. Бәхетлеләр кемдәр тип уйлайһығыҙ?! Әлбиттә, Зилиә менән уның ҡошсоҡтары. Ошо бәхетле тормош киләсәктә лә дауам итһен өсөн "Ангел" дошмандар менән яғалаша ла инде. Ил һаҡсыһына тиҙерәк дошманды еңеп, тыуған яҡтарына иҫән-һыу әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

 
Илдар АҠЪЮЛОВ

Учалы районы.

Читайте нас